Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

БМО Сүриәлә «Ислам дәүләтенә» ҡаршы көрәштә халыҡ-ара коалицияға инмәгән илдәрҙең уңышлы операцияларына күҙ йоморға тырыша. Был турала Рәсәйҙең был ойошмалағы даими вәкиле Виталий Чуркин белдерҙе.  Был осраҡта Американың роле яһалма рәүештә күпертелә, тигән Виталий Чуркин. Бындай ҡараша террорға ҡаршы көрәштә булышлыҡ итмәй тигән Рәсәй вәкиле.

ИГИЛ төркөмсәһе террорсылары Мысыр пирамидаларын шартлатыу менән янай. Был белдереүҙе улар видеоға яҙҙырған. Унда террорсылар Нимруд ҡалаһында Набу ҡорамын юҡ иткәндәрен күрһәткән һәм тиҙҙән Мысыр пирамидалары ла ошондай харабаға әйләнәсәк тип белдергән.

Францияла Европаның футбол беренселеге башланыуға бер көн ҡалыуға ҡарамаҫтан, күмәк халыҡ ҡатнашлығында забастовка дауам итә. Хеҙмәт ҡануниәтен үҙгәртеү буйынса Хөкүмәт тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ҡаршы авиакомпаниялар, аэропорттар, метро һәм автобус парктары хеҙмәткәрҙәре ҡаршылыҡ белдерә. Уларҙа ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү үҙәге эшселәре лә ҡушылған.

Мөхәмәт Әлиҙың тыуған ҡалаһы Луисвильда легендар боксерҙы һуңғы юлға оҙатырға әҙерләнәләр. Матәм сараһына бушлай 30 мең билет бер сәғәттә таратылып бөткән. Мөхәмәт Әли мосолман йолаһы буйынса ерләнәсәк.



Последние новости

Яндекс.Метрика