Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй хәрби диңгеҙ флотының  яңы фрегаты «Адмирал Григорович» Севастополға килде.  Был һуңғы 35 йылда флот ҡарамағына тапшырылған тәүге корабль. Фрегат Төнъяҡ Атлантик альянстың да иғтибарын йәлеп итте. НАТО кораблдәре уны оҙата килде. Севастополда яңы фрегатты сафҡа индереү сәбәпле салют бирелде.
Бөгөн Францияла футбол буйынса Европа чемпионаты башлана. Илдә именлек саралары көсәйтелгән. Йәмәғәт тәртибен һаҡлауға 77 мең полиция хеҙмәткәре, шәхси һаҡ хеҙмәттәренән 13 мең кеше йәлеп ителгән. Бынан тыш, хоҡуҡ һаҡлау органдары көйәрмәндәрҙе хәүеф тураһында иҫкәртеүсе мобиль ҡушымта ла булдырған.
Америкала нефть запастары аҙая тигән хәбәр Лондон һәм Сингапур биржаларында хаҡтарҙың артыуына килтерҙе. Брент маркалы нефттең бер барреле 53 долларға еткән. Америка киләһе аҙнала ставкаларҙы күтәреүе ихтимал. Шуға ла долларҙың тағы ла нығыныуы, нефткә хаҡтарҙың арзанайыуы ихтимал. 

 



Последние новости

Яндекс.Метрика