Башҡортостан хужалыҡтары көҙгө уңыштың мул булырына ышана

Республика райондары яҙғы сәсеү кампанияһына йомғаҡ яһап, хужалыҡтар хәҙер ураҡҡа әҙерләнә.  Ә райондарҙа иһә йылдың иң күркәм байрамдарының береһе – һабантуйҙар үтә. Ауыл эшсәндәрен Бәләбәйҙә лә тәбрикләнеләр. Бәләбәй кооперативтары быйылғы сәсеүҙе әллә ни ауырға тура килмәне тип иҫәпләй. Йыл дауамында алып барылған әҙерлектең һөҙөмтәһе тап ун, ун биш көн эсендә күренгән. Яғыулыҡтың етерлек булыуы, орлоҡ запастарын ҡыштан хәстәрләү байрамға йыйылған халыҡтың күңелен күтәренкелегендә лә сағылыш таба.  Әлбиттә, һабантуй көндәлек проблемалар тураһында һөйләшеү урыны. Район һәм ҡала халҡын борсоған һорауҙар республика башлығы Рөстәм Хәмитов иғтибарынан ситтә ҡалманы. Һабантуйға Бәләбәй ныҡлы әҙерләнгән. Алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары, йәш граждандарға Рәсәй паспорттарын тапшырыу һәм күп балалы ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары – балырҙың барыһы ла төбәктә социаль сәйәсәткә етди ҡараш булыуы һәм урындағы иҡтисадтың үҫешә икәнлегенә ишара.  Һабантуйҙы район халҡы милли йолаларҙы тергеҙеү,  һаҡлауҙағы төп сараларҙың береһе тип иҫәпләй. Башҡорт, сыуаш, украин, рус, татар милләтенең уртаҡ майҙаны – һабантуй, әлбиттә, киләсәкә маҡсаттарҙы ла аныҡларға ярҙам итә. Бәләбәйҙәр быйыл сәсеү майҙандарын да арттырған. Районда хәҙер ҙур эшкәртеү комбинаттары өсөн айырым сорт арпалар ҙа үҫтерәләр. Тик республиканың башҡа төбәкәтрендәге кеүек үк, Бәләбәй кооперативтарын борсоған аграр мәсьәләләр  ҙә юҡ түгел. 

Яндекс.Метрика