Башҡортостанда авариялар һаны арта

  • Башҡортостанда  авариялар һаны арта | ГТРК Башкортостан

Ял көндәрендәге  юл- транспорт ваҡиғаларында өс кешенең ғүмере өҙөлгән, ике йәйәүлене автобус тапаған. Өфө-Зубово-Шишмә трассаһында ике машина бәрелешеү һөҙөмтәһендә  өс  кеше һәләк була.  Фараздар буйынса, Хюндай Солярис менән идара иткән ир кеше, үҙ машинаһында ҡаршы һыҙатҡа килеп сығып, Киа Рио менән бәрелешә. Был еңел машина водителенең 28 йәшлек ҡатын икәнлеге лә асыҡланған. Машиналар тиҙлеге шул тиклем юғары була, авариянан һуң транспорт саралары тимер  өйөмөнә  әйләнә. Инспекторҙар әйтеүенсә, водителдәр ваҡиға урынында йән биргән. Киа салонындағы юлсы ла алынған йәрәхәтәтрҙе күтәрә алмай.  Тағы ла бер үлемесле ваҡиға Өфө-Шаҡша юлында була. Кадрҙарҙан күренеүенсә, ике кеше трассаны йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән урындан сығып бара. Бер –нисә секундтан һуң уларҙы Форд-Трназит автобусы тапай.  Һөҙөмтәлә, 51  йәшлек ир кеше шунда уҡ йән бирә, 50 йәшлек ҡатын иһә ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.  Был ваҡиға буйынса тикшереү бара. 



Последние новости

Яндекс.Метрика