Ишембай кадет корпусына курсанттар ҡабул итеү дауам итә

Әлеге ваҡытта бер урынға 24 үҫмер дәғүә итә. Егеттәрҙе хәрбиҙәр тормошо нимәһе менән ҡыҙыҡһындыра, улар унда ниндәй шарттарҙа йәшәй. Илһөйәрлек һәм сикһеҙ тырышлыҡ. Был үҫмерҙәрҙе кадет корпусына матур хәрби кейемдәр, парадтар, погондағы йондоҙҙар түгел, ә киләсәктә илде һаҡлаусы булыу теләге алып килә. Тиҫтәләгән саҡырым бейеклектә башҡарыласаҡ бөтә хәрәкәттәрҙе егеттәр әлегә ерҙә ҡат-ҡат ҡабатлай. Һауа-десант тренажерының һәр этабын кадеттар яҡшы тапшырырға бурыслы. Былтыр ҡулайламалар менән ҡаласыҡтың төҙөлөүе хәҙер эште күпкә еңеләйтә. Йәй аҙағына тиклем ҡаласыҡта тағы ла бер ҡоролма — парашюттан һикереү өсөн 25 метрлыҡ вышка барлыҡҡа килеүен көтә кадет корпусы уҡытыусылары.  Егеттәр көнөнә бихисап күнекмәләр үтә. Буш ваҡыттарын спорт уйындарына һәм үҙҙәренең физик әҙерлеген тағы ла яҡшыртыуға бүлә.  Уставты яттан белеү  һәм әлбиттә мәктәптәге башҡа предметтарҙан өлгәшеү ҙә – кадет программаһының төп йүнәлештәренең береһе. Әле урта һәм дөйөм белемен тикшереү имтихандарына етди әҙерлек  бара. Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн дә етәкселек үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алған. Яңыраҡ үткәрелгән ремонт эштәренең тейешенсә башҡарылмауын асыҡлап, подрядсы ойошманы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу ҙа бының бер күрһәткесе.



Последние новости

Яндекс.Метрика