Башҡортостан мәҙәниәте оло юғалтыу кисерҙе

  • Башҡортостан мәҙәниәте оло юғалтыу кисерҙе | ГТРК Башкортостан

87-се йәшендә БАССР-ҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Камил Вәлиев арабыҙҙан китте. Камил Абдрахман улы Вәлиев 1930 йылдың 25 майында Йылайыр Кантоны Темәс олоҫо Баҡыр Үҙәк ҡасабаһында тыуа. Ауылдан сыҡҡан егет илдең иң алдынғы Уҡыу йорттарының береһе – Калинин исемендәге төҫлө метал һәм иретмәләр институтына уҡырға инә. Сибай һәм Учалыла тау ятҡылыҡтарын тикшереүҙә ҡатнаша. Бала саҡтан йырларға яратҡан егеттең яҙмышы билдәле йырсы Сергей Лемешев менән осрашыуҙан һуң ҡырҡа үҙгәрә. Ул Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһына уҡырға китә. Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия институтын тамамлай. Башҡорт дәүләт филармонияһының солисы, баш режиссеры, Өфө сәнғәт училищеһы, опера һәм балет театры директоры булып эшләй, Сибай сәнғәт колледжына нигеҙ һала. Билдәле педагог, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы. Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән хеҙмәте өсөн уға БАССР-ҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы исемдәре бирелә, Салауат Юлаев һәм Почет ордендары менән баһалана.  Камил Вәлиев менән хушлашыу Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте.



Последние новости

Яндекс.Метрика