Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»

Баш ҡалала – һыуһыҙ

Өфөнөң Инициативная урамында йәшәүселәр бына инде бер аҙна һыуһыҙ интегә. Сәбәбе – авария хәлендәге һыу үткәргес торбалар. Технологиялар үҫешкән һәм барыһы ла кеше өсөн эшләнергә тейешле 21-се быуатта ташбыуат мәсьәләһе ни өсөн көнүҙәк. Хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова һыуһыҙ йонсоған халыҡ менән бергә был һорауға яуап эҙләне. Һаҡ булырға саҡырыусы таҫмалар менән Инициатив урамының беренсенән алып ун беренсе йортона  тиклемге арауығы кәртәләп алынған. Канауҙар, асылған торбалар һәм күҙ йәштәре. Урамыбыҙ ошондай  соҡорҙарҙан арынғаны ла юҡ, тип зарлана бында йәшәүселәр.  Ҡасандыр тимер юл хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән был йорттар хосусилаштырылғандан һуң һыу менән тәьмин итеү һәм  торбаларҙың төҙөклөгө өсөн яуап биреүсе ойошма ла юғала. Бер ҡайҙа ла балансҡа инмәгән һыу менән тәьмин итеү системаһын алмаштырыуға идарасы компания ла аҡса бүлә алмай. Билдәһеҙлек өйөрөлтмәгенә эләккән халыҡ аптыраштан уҙып, хакимиәт һәм идаралыҡ тупһаларын тапай.  Ай һайын Орджоникидзе районының торлаҡ-коммуналь хужалығына һыу һәм ремонт өсөн ваҡытында түләп барған халыҡ эсәр һыу артынан кибеттәргә һәм таныштарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр — был бер. Тағы ла бер мәсьәлә -  тишелгән торбалар янында барлыҡҡа килгән ҙур күләүектәр йорттарҙың  нигеҙҙәренә төшә.

Орджоникидзе район хакимиәтендә әлегә мәсьәләнең аныҡ ҡына сиселеше юҡлығын белдерҙеләр. Ҡала хакимиәтендә иһә Иницитив урамындағы һыу үткәргестең хужаһыҙ ҡалған өлөшөн муниципаль милеккә алыу һәм артабан Өфө водоканал предприятиеһына тапшырыу тураһында документтар әҙерләнә. Хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә бөгөн йүнәтеү эштәре  башланып, кискелеккә урамға һыу тапшырылырға тейеш.

Яндекс.Метрика