Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй һәм Украина ярлыҡау алғандар менән алмашты. Иреккә сығарылған журналистар Елена Глищинская һәм Виталий Диденко Мәскәүгә ҡайтарылды. Глищинскаяның  үҙе менән ай ярымлыҡ балаһы ла бар, сөнки былтыр ул ауырлы килеш сепаратизмда ғәйепләнеп ҡулға алынғайны. Шул уҡ ваҡытта, Киевҡа украина журналистары Афанасьев һәм Солошенко ҡайтарылды.

“Африканың йәшел ҡалҡыулыҡтары” тип аталған проектҡа рәссамдарҙы саҡыралар. Уның маҡсаты гепардты тәбиғәт шарттарында төшөрөү. Үҙҙәре менән тик ҡыл-ҡәләм һәм түҙемлек талап ителә. Йыртҡыс хайуан үҙен тыныс тота, әммә ҡурҡыуҙы баҫып, ҡулға ҡәләм алыу ҙа күп көс талап итә.  Арт-сафариҙа ҡатнашыусыларының гепардтарҙан тыш, саваннала көн итеүсе  башҡа хайуандарҙы ла яҡындан күреп, төшөрөү мөмкинлеге буласаҡ.

Шанхайҙа “Диснейҙың тылсымлы батшалығы”. 16 июндә Ҡытайҙа тәүге Диснейленд асылыу тантанаһы үтәсәк. Был паркты булдырыуға 5 миллиард долларҙан ашыу аҡса тотонолған. Шулай уҡ, 10 мең эш урыны барлыҡҡа килгән. Уны төҙөүҙә емерелгән иҫке йорттарҙың хужалары, яңы торлаҡ менән тәьмин ителгән.

УЕФА Рәсәй йыйылма командаһын, ә француз полицияһы көйәрмәндәргә ҡарата тыйыу сараларын күрҙе. “Велодром” стадионында инглиз һәм рәсәй көйәрмәндәре ойошторған тәртипһеҙлектәрҙән һуң, Футбол ассоциацияларының Европа союзы Рәсәй йыйылма командаһын шартлы рәүештә квалификацияһынан мәхрүм иткән һәм футбол союзын 150 мең евроға штраф һалған.

До отключения аналогового телевидения в Башкортостане осталось:

Яндекс.Метрика