Татлы миҙгел

 Ваҡытлы ямғырҙар һәм ҡояш нурҙары быйыл ер еләгенең мул булыуына ишара. Шәхси хужалыҡтар, емеш питомниктары тәүге уңыштарын йыя башланы ла инде. Яланда әлегә еләк йыйыусылар  юҡ. Әммә шау йәшеллек араһында тәүге еләктәр ҡыҙара. Мәктәп балалары өсөн Шишмә емеш питомнигындағы йәйге хеҙмәт лагеры тормош мәктәбе лә. 30 йылға яҡын еләк үҫтереү менән шөғөлләнгән апай-инәйҙәр үҙҙәренең тәжрибәһен йәштәр менән дә уртаҡлаша. Хеҙмәте ауыр булһа ла еләге татлы, ти улар. Емеш питомнигында быйыл еләк аҙна-ун көнгә иртәрәк өлгөргән. Әйткәндәй, яландың бер яғында витязь сорты үҫһә, икенсеһендә осокорянка. Улар бер-береһенән бик айырылмай. Осокорянка – асыҡ ҡыҙыл төҫтәге йомшаҡ еләк, ә витязь ҡуйы ҡыҙыл һәм тығыҙ еләк, хатта күпкә тәмлерәк тә.  Еләк ни тиклем татлы һәм хуш еҫле булмаһын, ҡала халҡы уны магазин кәштәләрендә тапмаясаҡ. Сөнки сауҙа хеҙмәткәрҙәрендә  башҡорт еләге ҡыҙыҡһыныу уятмай, ти питомник хужаһы. Ер еләге үҫтереп, һатыу питомниктың бер йүнәлеше генә. Емеш ағасы үрсетмәләре, үҫентеләр һатыу менән дә шөғөлләнә совхоз.

Баҡсала еләк тулыһынса 20 июнь тирәһенә өлгөрөп етәсәк. Йыйыусылар өсөн хаҡтар былтырғы кимәлдә  ҡала, килограммы 180 һум. Еләк йыйырға питомника республиканың төрлө райондарынан киләләр.Үткән йылдарҙа көнөнә 300- ләп кеше ҡабул иткәндәр.

 



Яндекс.Метрика