Бөгөн башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Миләүшә Мортазина юбилейына арналған гала-концерт үтә

  • Бөгөн башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Миләүшә Мортазина юбилейына арналған гала-концерт үтә | ГТРК Башкортостан

Билдәле педагогты тыуған көнө менән ҡотларға уның уҡыусылары ағалы-ҡустылы Абдраҙаҡовтар ҙа ҡайтты. Илдар Абдраҙаҡовты Өфө аэропортында беҙҙең ижади төркөм дә ҡаршы алды. Уҡытыусыһын юбилей менән ҡотлау өсөн махсус рәүештә ҡайтҡан ул. Вокал буйынса педагог,Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты  профессоры Миләүшә Мортазина үҙенең 90 йәшлек юбилейын бөгөн опера һәм балет театрында „Мортазинасылар йондоҙлоғы„ концерты менән билдәләй. Был концертта сығыш яһауҙан тыш, Илдар Абдраҙаҡов улына Өфөнө күрһәтергә лә ниәтләй.

Яндекс.Метрика