Благовещен районында янғындан зыян күреүселәр ярҙамға мохтаж

Кисә Старонадеждино ауылында бер юлы биш йорт янып көлгә әйләнгән. Өс ғаилә, шул иҫәптән күп балалы Первушиндар урамда ҡалған. Йорттарынан тороп ҡалған көлгә Ольга Викторовна тыныс ҡына ҡарай алмай. Кисә генә сусҡаларын ҡарап йөрөгән хужабикә, бөгөн йорт хайуандары менән бергә янып бөткән ҡура күмере өҫтөндә йәш түгә. Табаковтарҙың өйө  йыраҡтан күренеп, балҡып торған. Иң яҡшы йорт конкурсында еңгән йорттоң биҙәктәрен ҡарарға хатта күрше ауылдарҙан килгәндәр. Янғын күрше Первушиндарҙа башлана. Күп балалы әсә әйтеүенсә, ул көндө өлкән улы мунса янында булашып йөрөгән, ут тап шунан сыҡҡан да инде. Йорттарға ут бер-бер артлы тоҡанған. Янғын һүндереүселәр килгәнсе ҡыҙыл әтәс өсөнсө өйгә ҡабынған. Бишенсеһенә күскәндә генә янғынды тутҡатҡандар. Унда даими йәшәүселәр булмаған. Биш йорт тулыһынса янып бөткән. Урамда ҡалған өс ғаилә мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Өлкәндәргә һәм йәш ярымдан 18 йәшкә тиклемге балаларға кейемдәр кәрәк. Һауыт-һаба, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын Өфөлә Шота Руставелли урамы, 29 йорт, 47 фатирға алып барырға мөмкин. Әлегә йортһоҙ ҡалған хужалар зыян күләмен иҫәпләргә страховка агенттарын көтә. Биш йорттоң икеһе генә страховкаланған булған.

Яндекс.Метрика