Милли герой, Башҡортостан символы, милләттең рухын сағылдырған шәхес. Бөгөн халҡыбыҙҙың танылған батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Замандаштарыбыҙ ошо исем менән был көнгә ҡарата ниндәй фекерҙәр белдерә. Башҡортмон тигән һәр кемдең үҙен Салауат Юлаев тип хис итер хоҡуғы бар. Халыҡтың йөҙөн танытҡан, милли рухын билдәләгән тарихи шәхестәрҙең ысын рәсеме һаҡланмаһа ла, уларҙың исеме атамаларҙа, һәйкәлдәрҙә мәңгеләштерелеп, боронғо яҙма биттәренән халыҡ хәтеренә күсә. Һәм быуындан-быуынға тапшырылып килә. Был эште тәү сиратта музейҙар үҙ иңенә ала. Батыр исемен таратыуға йәнә Өфө буйлап сәйәхәт ойоштороусылар тырышлыҡ һала. Салауат урамы, Салауат Юлаев проспекты, парктар, баҡсалар, һәйкәлдәр, бизнес-үҙәк. Араларында иң киң танылғаны спорт клубы. Төбәктә генә түгел илдә билдәле хоккей командаһы. Салауат Юлаев исемендәге майҙан һәм Салауат Юлаев һәйкәле Өфө һәм уның ҡунаҡтары өсөн тотош Башҡортостан символы. Башҡалаға ер, һауа һәм тимер юлынан ингән һәр кемде тап ошо символдың ҡаршы алыуы тәрән мәғәнәгә эйә. Республикала батыр исеме тағы ла киңерәк таралған – ижади эштәр өлкәһендәге уңыштар өсөн Дәүләт премияһы, юғары ҡаҙаныштар өсөн Орден, ҡала, район атамалары, сәнғәт ынйылары, әҙәбиәт әҫәрҙәре, мәмерйә, алдынғы хужалыҡтар. Һәммәһе лә тарихҡа ихтирам һәм милләткә дан йөҙөнән. Хәйер, республикала йәшәгән бер милләткә генә түгел. Салауат Юлаев Урал һәм Волга буйы төбәге халыҡтарының уртаҡ символы. Халыҡты ғәҙеллек өсөн көрәшкә күтәргән батыр исеме бөгөн дә милләт-ара татыулыҡ, уртаҡ ергә һөйөү һәм һаҡсыллыҡ тойғоларын тәрбиәләй. Салауат Юлаев биографияһын өйрәнгән тарихсылар 18-се быуатта барлыҡҡа килгән берҙәмлек идеяһы күпме һынауҙар үтеп әле лә илдең ҡеүәтен нығытыуын дәлилләй. Бәлки шуға ла башҡорт халҡының данлы улы тарихта илһөйәр булараҡ юйылмаҫ эҙ ҡалдырған. Быуаттар үтеүенә ҡарамаҫтан Салауат Юлаевтың исеме халыҡ хәтеренән юйылмай. Юйылырға тейеш тә түгел. Халҡы һәм ере өсөн ғүмерен аямаған батыр исеме бөгөн дә ватанға һөйөү тәрбиәләү өлгөһө булып ҡалһын.
- ҺУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР
- Бөгөн халҡыбыҙҙың танылған батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө
Хәбәрҙәр

Улар мәңге сафта
Еңеү һөйөнөсөн бөгөнгөләй хәтерләгән һуғыш ветерандары һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянова Башҡортостанда ойошҡан 214-се уҡсылар полкының ветерандар советы рәйесе Хәсән Хөсниризалов менән осрашып шанлы йылдар хәтирәләрен яҙып алды. Хәсән Хөсниризалов үҙенең йәшен хәтерләмәһә лә...

1-се ғинуарҙан ветерандарға түләүҙәр арттырыла
Республика етәксеһе Радий Хәбиров киләһе йылдың 1-се ғинуарынан ветерандарға түләүҙәрҙе арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, сәйәси золомдан зыян күреүселәргә, реабилитацияланыусыларға, тыл хеҙмәткәрҙәренә, хеҙмәт ветерандарына, пенсия таныҡлығында ташламаға хоҡуҡ биргән...

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы республикала киң билдәләнәсәк
Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына әүҙем әҙерлек башланды. Ойоштороу комитетының беренсе ултырышында Радий Хәбиров һуғыш ветерандарына иң тәрән иғтибар йүнәлтеү төп мәсьәлә, тип белдерҙе. Республика етәксеһе легендар яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү эшмәкәрлеген дауам итергә...

"Театраль Волга буйы" округ фестивале аҙағына яҡынлаша
Мәктәп уҡыусылары һәм студент коллективтары көс һынашҡан был конкурста Башҡортостан исемен Межгорье ҡалаһынан «Пауза» студияһы һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Ҡорос" халыҡ театры яҡлай. Еңеүселәрҙе биләдәләү өсөн ноябрҙә тауыш...

Бөгөн комсомол көнө билдәләнә
Комсомол реаль һәм ҡеүәтле лидерҙар әҙерләү мәктәбе булып торған. Советтар осоронда республика комсомол ойошмаһында ярты миллиондан ашыу кеше иҫәпләнгән. Башҡортостанда әле 70 йәштәр берләшмәһе теркәлгән, уларҙа 200 меңдән ашыу кеше иҫәптә тора.

Ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй
Бөгөн Рәсәй гвардияһының ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Әле Рәсәйҙә граждандарҙың 1 миллион 500 мең фатиры, 500 мең объект был хеҙмәт ҡарамағында. Криминалға ҡаршы тороу стратегияһын камиллаштырыу һөҙөмтәһендә полиция хеҙмәткәрҙәре 73 мең енәйәтте асыҡлаған. Улар...

Яңы йыл байрамдарында хәмер һатыуҙы тыйыу закон менән нығытыласаҡ
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаттары яңы йыл байрамдары осоронда хәмер һатыуҙы сикләү буйынса саралар әҙерләргә йыйына. Парламент рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, оҙайлы яңы йыл байрамдарында хәмер эсеп, йәмәғәт тәртибен боҙоуҙар, енәйәттәр һанының артыуы даими күҙәтелә....

Үҙенсәлекле операция
Республика клиник онкология диспансеры тарихында тәүге тапҡыр микрохирургия реконструкцияһын ҡулланып операция үткәрелде. 62 йәшлек пациенттың телендәге һәм лимфа төйөндәрендәге яман шеш ҡырҡылып ҡына алынманы, ә телдең юҡ ителгән өлөшө тергеҙелде. Ошондай яңы мөмкинлектәр биргән яңы микроскоп “...

Айырым ғаиләләр транспорт һалымын түләмәһә лә була
Быйылдан ишле һәм инвалид-бала тәрбиәләгән ғаиләләр транспорт һалымын түләмәһә лә була. 2-се декабргә тиклем бөтә төр һалымды, шул иҫәптән транспорт һалымын түләп ҡалырға кәрәк.. Әммә, ике категорияға ҡараған граждандар транспорт һалымынан азат ителә. Улар күп бала һәм инвалид-бала тәрбиәләгән...

Республика хөкүмәтендә яңы бассейндар һәм боҙ майҙансыҡтары төҙөү буйынса программа эшләнә
Был хаҡта “Төҙөлөш сәғәтендә” хәбәр ителде. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 4 миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, уның бер өлөшөн федераль бюджеттан алырға мөмкин.

Башҡортостан Парламентында Саксония-Анхальт федераль ере Ландтагы делегацияһы менән рәсми осрашыу үтте
Делегация ағзаларына Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йорто буйлап экскурсия ойошторолдо. Ҡунаҡтар Башҡортостан парламенты тарихы музейы, ҙур һәм дәүләт символикаһы залдарын ҡарап сыҡты. Республика парламентының эшмәкәрлеге, ҡабул ителгән закондар хаҡында бәйән ителде. Германияның Саксония-Анхальт федераль...

Башҡортостан Тажикстан Республикаһы менән бәйләнештәрҙе нығыта
Республика башлығы Тажикстандың Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле менән осрашыуҙа хеҙмәттәшлек даирәләрен тәрәнәйтеү тураһында килеште. Үткән йылда ике республика араһында тауар әйләнеше 25 процентҡа тиклем, быйыл ете айҙа - икеләтә артҡан. Тажикстанға Башҡортостандан яғыулыҡ-энергетика,...

Башҡортостанда үҫеш хөкүмәте составы раҫланды
Дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Хөкүмәттең яңы составын иғлан итте. Бығаса башҡарыусы ҡушылмаһында йөрөгәндәр менән бер рәттән яңы исемдәр ҙә бар. Ә премьер-министр вазифаһында Радий Хәбиров үҙе ҡала. Уның хәҙер ике беренсе урынбаҫары – Илшат Тажетдинов һәм Андрей Назаров....

Елдең тиҙлеге секундына 23 метрға тиклем етеүе ихтимал
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы һауа торошоноң үҙгәрәсәге тураһында иҫкәртә. Киләһе тәүлектәрҙә елдең тиҙлеге секундына 23 метрға тиклем етеүе ихтимал. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы был көндәрҙә айырыуса һаҡ булырға, бинанан мөмкин...

Иген иккән – илде туҡ иткән
Был аҙнала Башҡортостан ауыл хужалығы эшсәндәрен ололай. Һөнәри байрамын аграрийҙар быйыл яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылай. Ә иң алдынғы механизаторҙар лайыҡлы бүләк – автомобиль асҡыстарын ҡулдыраны алды. Ер эшен һөйгәндәрҙе хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ла ҡотланы.

Башҡортостан спортсылары Рәсәй чемпионатында призлы урынға дәғүә итә
Башҡортостандың һыу туризмы буйынса йыйылма командаһы Ҡырғыҙстандың “Һары яҙ” тип аталған тау йылғаһында йөҙөп, ҡатмарлығы буйынса алтынсы категория һынауҙы үтеп ҡайтты. Белгестәр әйтеүенсә, бындай йөҙөү Эверест тауына күтәрелеүгә тиң. Хәҙер республика спортсылары ошондай күрһәткес менән Рәсәй...

Яҙыусылар берлегенә 85 йыл
3 декабрҙә Башҡортостандың яҙыусылар берлге 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Оло юбилей алдынан ҡыуаныслы хәл кисерә ойошма. Берлек урынлашҡан йорт тарихи ҡомартҡы булараҡ билдәле. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса уны 19-сы быуат башында билдәле сауҙагәр Поликарпов төҙөткән....

Өфөләге Хәкимов мәсетенә ярым ай урынлаштырылды
Өфөлә үткән халыҡ-ара сараға килгән сит ил ҡунаҡтары ла был ваҡиға шаһиты булды. Мостай Кәрим һәм Карл Маркс урамдары араһындағы Хәкимов мәсете 1908 йылда һалынған. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Совет осоронда дини йорт манараһы ҡолатыла, ә бина фабрика клубы итеп үҙгәртелә. Үҙгәрештәр дәүерендә...

Иң яҡшы опекун һәм патронат ғаилә
Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы һәм республика ғаилә үҙәге опекун, патронат һәм баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр араһында конкурс уҙғара. Ул 2007-се йылдан алып үткәрелә. Республикала әле ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 11 мең 635 бала иҫәпләнә. Күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә...

Өфөлә авария хәлендәге мәктәп ябылған
Ата-әсәләрҙең мөрәжәғәтенән һуң, прокуратура хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәргән. Бинала санитар, төҙөлөш нормалары һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлмәүе асыҡланған. Өҫтәүенә, уның бер өлөшөнә емерелеү хәүефе янай. Ҡапҡа ябыҡ, тәҙрәләргә арҡыры таҡталар ҡағылған. Яңы ғына был белем усағы...

Апартаменттарға йылы бирегеҙ
Өфөлә Сипайлово биҫтәһендәге яңы апартаменттарҙа йәшәүселәр фатирҙарҙа һыуыҡ булыуға зарлана. Күп һанлы мөрөжәғәттәр инҡар ителә. Быйыл беренсе класҡа төшкән Агния бындай һалҡын фатирҙа йәшәрмен тип, һис тә уйламай. Дәрес эшләгәндә лә йылы өҫ кейеме кейергә тура килә. Ольга Саламасова 1 йыл элек...

Башҡортостанда ҡарабойҙай ярмаһына хаҡтар артты
Башҡортостан сауҙа ассоциацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, хаҡтар сентябрҙә үк үҙгәрә башлаған. Ойошма рәйесе Фәрит Ғиндуллин әйтеүенсә, ҡарабойҙай әлегә яҡынса 15 процентҡа ҡыйбатланған. Сентябрҙә сауҙа предприятиелары ҡарабойҙайҙың бер килограмын 35 һумдан алһа, яңыраҡ уны 46 һумдан ала башлаған...

36 сәғәтлек эш аҙнаһы
Ауыл ерендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға 36 сәғәтлек эш аҙнаһы индерелеүе ихтимал. Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына икенсе уҡыуҙа ошо туралағы төҙәтмәләр ҡабул итте. Унда хеҙмәт хаҡы 40 сәғәтлек эш аҙнаһына ҡарағанда кәм булмай, тип билдәләнә. Шулай уҡ закон проекты сменалы эш графигы...
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- 10
- 11
- 12
- 13
- …
- следующая ›
- последняя »