Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Баварияла күпер емерелгән. Әлегә бер кешенең кәүҙәһе табылған. Ул юл эшсеһе булып сыға. Күперҙә ремонт эштәре барғанда уның 40 метрлыҡ өлөшө 20 метр бейеклектән уйылып төшә. Объектта фажиғә мәлендә 20 кеше эшләгән, уларҙың алтыһы йәрәхәтләнгән. Ҡотҡарыусылар емереклектәр араһынан кешеләрҙе эҙәләүҙе дауам итә,

Греция парламенты алдында меңәрләгән кеше йыйылған. Афинала демонстранттар Алексис Ципрас һәм уның хөкүмәтенең отставкаға китеүен талап итә. Уның йәшәү кимәлен түбәнәйткән, ә хаҡтарҙы һәм һалымдарҙы киреһенсә күтәрткән сәйәсәте менән гректар килешмәй.

Американың Флорида штатында ике йәшлек малайға аллигатор һөжүм иткән. Диснейлэнд паркында күл янында уйнап йөрөгән саҡта, ике метрлы крокодил  уны күлгә һөйрәп алып китә. Хатта ата-әсәһе лә балаһына ярҙам итә алмай. Ҡотҡарыу эштәренә 50-нән ашыу кеше йәлеп ителә. Бер тәүлектән һуң ғына малайҙың үле кәүҙәһен табалар. Ә кеше ашаусы аллигаторҙы эҙләү дауам итә. 

Яндекс.Метрика