Көйәрмәндәрҙең дәррәү алҡышлауы ла беҙҙең футболистарға еңеү яуларға ярҙам итмәне

Европа һәм Рәсәй-Словакия йыйылма командаһы араһында үткән чемпионат матчы Өфө көйәрмәндәре араһында шау-шыу тыуҙырманы.

Шулай ҙа милли команданың иң тоғро көйәрмәндәре финалға тиклем бергә ҡалды. „Нефетселәр„ стадионында күнекмәләрҙең ҡыҙған мәле. Феликс Хәфизов турнирҙың бер уйынын да ҡалдырмаҫҡа тырыша. Был чемпионатта егеттең яратҡан ике командаһы көс һынаша — Испания һәм Рәсәйҙекеләр. Уның фекеренсә, милли йыйылма командала иң яҡшы уйынсылар ҡатнаша. Рәсәй командаһы өсөн Словакия йыйылма командаһы менән матч иң мөһим уйындарҙың береһе. Шуға ла көйәрмәндәр яғынан ҡыҙыҡһыныуҙың да күберәк булыуы көтөлгәйне. Әммә Өфө спортбарҙарының яртыһы буш ҡалды. Быны уйндың киске сәғәт алтыла башланыуы, шуға күпселек халыҡтың эштә булыуы менән аңлаттылар. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр яратҡан командалары өсөн „көйөргә„ һәр ваҡыт әҙер. Рәсәй уйынсылары өсөн „көйөүҙән„ Өфө гөрләп торҙо. Беренсе таймдың Словактар файҙаһына тамамланыуы тамашасылар һанын кәметте, әлбиттә. Әммә, беҙҙең футболистар бирешергә ашыҡманы.

Көйәрмәндәрҙең дәррәү алҡышлауы ла беҙҙең футболистарға еңеү яуларға ярҙам итмәне. Шулай ҙа  команда иң мөһим матчта отолһа ла, фанаттар иғтибарынан ситтә ҡалманы. 

Яндекс.Метрика