Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мексикала үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаға әҙерләнә

Мехико һәм Сакатекас ҡалаларында коллектив 3 аҙна дауамында сығыш яһай. Әҙерләнгән концерт программаһын кисә Өфө тамашасылары ла күрҙе. Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең донъя кимәлендә сығыш яһау тәжрибәһе байтаҡ. Һәр гастролгә ентекле әҙерләнеүгә күнеккән  коллектив фольклориадаға юлланасағын ишеткәс тә әүәлгесә ныҡышмаллыҡ менән әҙерлек башланы. Башлыса  башҡорт халыҡ бейеүҙәрен  тәшкил иткән  концерт  прогарммаһы менән өс аҙна дауамында сығыш яһау, һис шикһеҙ, яуаплылыҡты ла талап итә. Башҡортостанды тик юғары кимәлдә сағылдырып, яҡшы кәйеф һәм тәьҫораттар менән әйләнеп ҡайтыу – бейеүселәрҙең төп маҡсаты.  Һәр бейеү хәрәкәтен автоматик рәүештә башҡарыу кимәленә еткереү өсөн, сәғәттәр буйына ҡабатларға, бер туҡтауһыҙ образдар өҫтөндә эшләргә лә кәрәк.  24 июндән бер аҙна ғына ял итеп алғандан һуң ғәскәровсылар, йәнә еңдәрҙе һыҙғанып, ситек табандарын канифолләп репетициялар башларға әҙер. Алда – яуаплы концерттар. Мексикаға ансамбль  менән “Арғымаҡ” төркөмө лә бара. Ике коллективтың быға тиклем бергә сығыш яһау тәжрибәһе лә байтаҡ. Бер аҙнанан уртаҡ репетициялар башлана.  Әртис булһаң, төйөнсәгең төйнәлгән булһын, тиҙәр бит. Бейеүселәребеҙҙе алда алыҫ сәфәр, мәрәкәле юл ваҡиғалары, ҡалалар, уңышлы сығыштар һәм халыҡ һөйөүе көтә.

 

Яндекс.Метрика