Ҡырмыҫҡалы район газетаһының уңыш сере

Ҡырмыҫҡалы районының „Даирә„ „Кармаскалинская новь„ „Үҙән„ редакцияһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын лайыҡлы ҡаршыланы. Район үҙенең тәжрибәле журналистары, талантлы етәкселәре менән лайыҡлы рәүештә маҡтана ала. Матбуғатта хеҙмәт итеү дәүерендә Эльза Абдулхаҡ ҡыҙы профессиональ үҫештең бөтә баҫҡыстарын үтә. Ябай фотохәбәрсенән алып Ҡырмыҫҡалы мәғлүмәт үҙәге директорына тиклем үҫә. Бөгөнгө көндә башҡорт, татар, рус телендә сыҡҡан матбуғат баҫмаһыны халыҡ яратып уҡый. Әҙәм балаһының аңын, бар буш ваҡытын интернет ялмап алғанда, гәзиттәргә үҙен һаҡлап ҡалыуы  ауырға төшә. Быны тираждың кәмеүендә, редакцияның ҡулайлаштырыу елдәрен кисереүендә күрергә мөмкин, ләкин бар мәсьәләне лә хәл итергә тырышырға кәрәк, ти Эльза Абдухаҡ ҡыҙы.

Редакцияла үҙ эштәрен яратып башҡарған, мөккибән китеп эшләгән кешеләр хеҙмәт итә. Хатта үҙҙәрен һынап ҡарамаҡ булып килгән бәғзе берәүҙәр был һөнәрҙе ғүмерлеккә үҙ итә.

Йәнле репортаждар, фәһемле һәм ҡыҙыҡлы мәҡәләләр, махсус биттәр донъя күрә, гәзиттең биҙәлеше өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Баҫма уҡыусы ҡулына барып эләккәнсек байтаҡ юл үтә.

Кәм тигәндә 2-3 яуаплы кеше нәшер ителәсәк баҫманы уҡып сыға һәм үҙенең ҡултамғаһын ҡуя. Бер гәзитте баҫып сығарыу өсөн 20-гә яҡын кеше көс һала. Аҙаҡҡы нөктә версткалау бүлмәһендә ҡуйыла. 85 йыллыҡ тарихы булған мәғлүмәт баҫмаһы әленән-әле яңырыуҙар кисерә. Уҡыусыны ылыҡтырыр өсөн махсус биттәр аса. Мәғрифәтсе, Ҡырмыҫҡалы районы халҡының яҡташы Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевҡа арналған темалар ҙа даими донъя күрә. Һәләтле, эшкә ижади ҡараған йәштәр бар саҡта район баҫмалары юғалмаҫ, ти етәксе. 

Яндекс.Метрика