Мортазина йондоҙлоғо

Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаға — 90 йәш.  Хеҙмәт стажы иһә – 73 йыл. Ошо дәүер эсендә республикабыҙҙа арҙаҡлы  профессор   ҡабыҙған   йондоҙҙарҙан  ғәжәйеп  вокал мәктәбе барлыҡҡа  килде.   “Мортазина йондоҙлоғо”  күптән инде илебеҙҙә генә түгел, ә бөтә донъя кимәлендә танылыу яуланы. Юбилей кисәһе ысын мәғәнәһендә таланттар парадына әүерелде. Залда милли опера һәм эстрада сәнғәтендә сағыу эҙ ҡалдырған оло  йырсылар: Илфак Смаков, Нажия Аллаярова, Радик Гәрәев, Иҙрис Ғәзиев, Раил Кучуков, Вячеслав Храмов, Хәмит Ижболдин, Вәхит Хызыровтар менән бер рәттән йәштәр — Әлим Ҡәйүмов, Әлиә Исҡужина, Иҙел Аралбаевтар һәм башҡаларҙың тауыштары яңғыраны. Ҡәҙерле остаздарының байрамында ҡатнашыр өсөн   ер шарының төрлө төбәктәренән  килеп еткән опера   йондоҙҙары  – Асҡар менән Илдар Абдразаковтар, Әлфиә Кәримова, Изабелла Базина, Диляра Иҙрисоваларҙың сығыштарын тамашасылар айырыуса яратып ҡабул итте. Кисәлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың, Башҡортостан республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитовтың С.-Петербургтың Мариинский опера театрының художество етәксеһе Валерий Гергиевтың ҡотлау адрестары уҡып ишеттерелде. Юбилярҙы сәхнә түренән Өфө ҡалаһының Хакимиәт башлығы Ирек Ялалов һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры Әминә Әсфәндиәрова тәбрикләне.  Ә инде зал тултырып килгән тамашасыларҙың  ихлас, дәррәү алҡыштары – тотош республикабыҙ  халҡының   танылған шәхескә ҡарата ихлас ихтирам  һәм оло рәхмәт тойғоларының билдәһе ине. Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаның исеме күптән инде юғары    оҫталыҡ  символы булып ҡабул ителә.  Данлыҡлы профессорҙың данлыҡлы уҡысыларына — “Мортазинсылар йондоҙлоғо”на  иһә – Башҡортостаныбыҙҙың сәнғәтен артабан да тап остаздары ҡуйған юғары кимәлдә  үҫтереүҙәрен теләйек. 

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика