Глобаль кимәлдәге мәсьәләләрҙе хәл итеү муниципаль кимәлдән башлана

Шуға ла уңышлы үҫешкә йүнәлеш тотҡан ҡалалар идара итеү үҙенсәлектәрен уртаҡлаша. Өфөлә Рәсәй ҡалалары берлегенең дүртенсе форумы үтте.Иң яҡшы муниципаль тәжрибә форумы быйыл халыҡ-ара кимәлгә өлгәште. Өфөгә Рәсәйҙең 68 ҡалаһы һәм 42 төбәгенән тыш Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренән, Ҡытай, Көньяҡ Корея һәм Бөйөк Британия вәкилдәре килде. Уларҙы тәү сиратта Башҡортостандың башҡалаһы тарафынан идара итеү муниципаль идара итеү өлкәһендә тупланған ғәмәли эш өлгөләре ҡыҙыҡһындырҙы.Һуңғы йылдарҙа Өфө ысынлап та етди иғтибар үҙәгендә. Былтыр республикабыҙ башҡалаһына килгән ҡунаҡтар һанынынң 650-гә етеүе лә шуны дәлилләй. Форумда ҡатнашыусылар өсөн ойошторолған сәйәхәт Ватан этнопаркынан башлана. Ул Башҡортостандың милли үҙенсәлектәрен тулайым таныта. Өфөнө беренсегә күргәндәр ҙә, электән белгәндәр ҙә ҡаланың яҡшы яҡҡа үҙгәреүен билдәләй.Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа нисек уңышҡа өлгәшеү юлдарын табырға, ҡаланың мәҙәни үҙенсәлектәрен нисек халыҡ мәнфәғәттәрендә файҙаланырға. Форумда ҡатнашыусылар ошо һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарға яуапты кәңәшләшеп эҙләне. Һәр делегация муниципаль үҙидаралыҡ өлкәһендәге үҙенең уңышлы тәжрибәһен тәҡдим итте. Форумды ойоштороусы Рәсәй ҡалалары берлеге фекер алышыуҙар майҙанына был юлы 100-ҙән ашыу муниципаль практика өлгөһөн сығарҙы. Иң яҡшы өлгөләр картаһында  иһә уларҙың һаны 500-гә яҡын. Мәғлүмәт порталында тәүлек әйләнәһенә тауыш биреү асыҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында Өфө ике дипломға лайыҡ булды – мәҙәни үҙенсәлеге һәм заман иҡтисади шарттарында ыңғай тәжрибәһе өсөн. Хакимиәт башлығы Ирек Ялаловҡа шулай уҡ Рәсәй ҡалалары кубогы тапшырылды.Форумда эшлекле килешеүҙәр төҙөлдө. Өфө менән Ҡытай халыҡ республикаһының Хэфэй ҡалаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Ҡала менән идара итеү өлкәһендә Рәсәй һәм сит ил ҡалалары башлыҡтары 12 секция сиктәрендә иҡтисад, инвестициялар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль сәйәсәт, мәҙәниәт һәм башҡа мөһим өлкәләрҙәге мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барланы. 

Яндекс.Метрика