Журналистар һабантуйы

Республикала һабантуйҙар мәле. Ауыл хеҙмәтсәндәре генә түгел, журналистар ҙа был байрамды үҙ иткән. Һәр июнь республикала журналистар  фестивале үтә. Эштәргә йомғаҡ яһау, ял һәм байрам итеү сараһы, ысын мәғәнәһендә, һабантуйға әйләнгән. Йәнһүрәт геройҙары хат ташыусы Печкин, Незнайка, Буратино, Мальвина – журналист эш мәлендә үҙендә ниндәй генә һөнәр эйәһен һынап ҡарамай. Әммә быйыл алтынсы тапҡыр үткәрелгән Журналистар фестивале яңынан-яңы һәләттәр асты. Бөтә республиканан йыйылған киң мәғлүмәт саралары үҙҙәре менән совет фильмдарынан өҙөктәр сәхнәләштереү аша таныштырҙы. Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан килеп, тәбиғәт ҡосағында йыйылып, көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, журналистар ял итте, фекерҙәр алышты, спорт ярыштарында көсөн һынаны, сәхнәгә сығып, йыр-моңға һәләтен күрһәтте.Йола буйынса фестивалдә Башҡортостандың Журналистар Союзына яңы ағзалар ҡабул ителде. Йәмғеһе, 14 кешегә ағзалыҡ билеттары тапшырылды. Союзға инеүселәр араһында беҙҙең телерадиокомпанияның милли тапшырыуҙар бүлегендә эшләүсе журналистар ҙа бар ине.Ойоштороусылар әйтеүенсә, тап ошо фестивалдә, тантаналы рәүештә, хеҙмәттәштәре араһында  союзға ҡабул ителеүе мәртәбә өҫтәй һәм хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Һәр йыл һайын фестивалдең темаһы үҙгәреп килә. Быйылғы журналистар фестивале кино йылына арналған. Һәр мәғлүмәт сараһы үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында ҡыҫға ғына фильмдар төшөрөп күрһәтте. Ҡайһы берәүҙәре хатта Оскар премияһын да эшләп алып килгән. Журналистар өсөн матбуғат клубы ла эшләне. Элегерәк һабантуйҙа күңел асыу ғына булһа, хәҙер инде уртаҡ мәсьәләләрҙе уртаға һалып,  етәкселек менән күҙгә күҙ ҡарашып һөйләшеү мөмкинлеге лә бар.

Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика