Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте билеты на матч ФК «Уфа» vs ФК «ЦСКА»! - 209857540 | ГТРК «Башкортостан»

Һуғыш шаңдауы

Башҡортостанда Брест ҡәлғәһендә һуғышты ҡаршы алған 42 һалдаттың документтары табылды. Уларҙың күбеһенең яҙмышы быға тиклем асыҡланмаған була. Архив ҡағыҙҙарын эҙәрмәндәр таба. Исемлектә барлығы 44 фамилия теркәлгән. Шуға ҡарамаҫтан Брест ҡәлғәһен яҡлаусы тип ике һалдат ҡына таныла, ә ҡалғандарҙың яҙмышы билдәһеҙ ҡала. Һарғайып бөткән ҡағыҙ киҫәгенә Башҡортостан эҙәрмәндәре юлыға. Меңәрләгән документтың күсермәһе Мемориал сайтына урынлаштырыла, шулай итеп һәләк булғандарҙың туғандары улар хаҡында интернет аша мәғлүмәт ала. Эҙәрмәндәр йыш ҡына яу яланына сығып совет һалдаттарының мәйеттәренә лә тап була.Һалдаттарҙың табылған әйберҙәре туғандарына тапшырыла. Эҙәрмәндәр араһында оло быуын кешеләре лә, йәштәр ҙә етерлек.Эҙәрмәндәр тырышлығы менән Лира Дәүләтова атаһының ерләнгән урынын таба. Ҡатын хатта атаһының һәләк булған урынына ла бара.Башҡортостандағы эҙәрмәндәр отрядында барлығы 2000 кеше. Улар йылына бер-нисә тапҡыр иң дәһшәтле яу үткән урындарға бара.Эҙәрмәндәр немец һалдаттарының әйберҙәренә лә йыш юлыға. Уларҙың хатта ҡул кремы, беттән арыныу өсөн махсус майҙары ла булыуы – һуғышҡа етди әҙерләнгәндәре хаҡында һөйләй, ти эҙәрмәндәр. 

Яндекс.Метрика