Татарстандан килгән туристар квадроциклдарҙа Башҡортостандағы изге урынды мәсхәрәләгән

Медиакорсеть агентлығы хәбәр итеүенсә,  Ирәмәл тауында улар туристар һуҡмағынан дүрт тәгәрмәсле транспортта үтеп бер-нисә федераль һәм республика закондарын боҙған. Әммә күрше республика ҡунаҡтары бынан һис тә тартынып тормай сәйәхәт видеоһын интернетҡа һалған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  бынан бер-нисә йыл элек Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Силәбе кешеләре джиптарҙа Ирәмәлгә менгәс тәбиғи парктарҙы һаҡлауға иғтибарҙы арттырырға саҡырғайны.  

Яндекс.Метрика