Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең футбол буйынса йыйылма командаһы Европа чемпионатын ҡалдырып илгә ҡайта.  Команданың баш тренеры Леонид Слуцкий көйәрмәндәр алдында ғәфү үтенде. Беҙ уларҙың өмөттәрен аҡламаныҡ, тине ул. Беҙҙең команда чемпионаттың төркөм этабында өсөнсө тур уйынында Уэльстан өскә ноль иҫәбенә отолдо. Рәсәй футболсылары В төркөмөндә бер мәрәй менән һуңғы урынды алды.

Бөгөн Лозаннола Халыҡ-ара олимпия комитеты ултырышында Рәсәй йыйылма командаһын Рио-де-Жанейрола үтәсәк Олимпия уйындарынан ситләтеү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе ихтимал. Ситләтеү еңел атлеттарға ғына түгел, Рәсәйҙең барлыҡ спортсыларына ҡағылыуы ихтимал. 7 июнь Еңел атлетика федерацияларының халыҡ-ара ассоциацияһы Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһын дисквалификациялауҙы үҙ көсөндә ҡалдырғайны.

Мексикала мәғариф системаһын үҙгәртеп ҡороуға ҡаршы урамға сыҡҡан уҡытыусылар менән полиция араһындағы бәрелештәрҙә алты кеше һәләк булған. Уҡытыусылар ҡулдан эшләнгән бомба ырғыта башлағас ҡына полиция хеҙмәткәрҙәре ут асҡан.

Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы нәҙек тәмәке һатыуҙы тыйырға тәҡдим итеүе ихтимал. Был мәсьәлә быйыл ноябрҙә Һиндостандың Дели ҡалаһында үтәсәк конференцияла ҡараласаҡ. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, бындай тәмәкеләрҙең дизайны тартыусыларҙы үҙенә тартып тора.

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика