Быйыл республикала йүкә балына хаҡ 50 процентҡа тиклем артыуы ихтимал

Быны етештереүселәр ағастарға ҡорттар төшөүе менән аңлата. Ҡоротҡостар бер-нисә районда йүкәлектәрҙең япраҡтарын ҡырған, умартасылар бындай хәлдең 75 йылғы ҡоролоҡтан бирле булғаны юҡ тип хәтерләй. Үҙенең йүкә балы менән дан тотҡан Иглин умартасылары ҡорттарға аҙыҡ запасы йыйыу һәм аҙ булһа ла уңыш алыу өсөн башҡа райондарға күсенергә мәжбүр. Рәшит Аҙнабаев Иглин брендына әүерелгән йүкә балының быйыл булырына өмөтөн юғалтҡан. Быға тиклем һәр умартанан 30-40 килограмм уңыш сыҡһа, быйыл 3 литрлыҡ банканан да артмаясаҡ, ти йүнсел. Аҙ булһа ла уңыш йыйып ҡалыу маҡстаныда ул 300-ҙән ашыу күсен икенсе районға күсерергә мәжбүр.Балы менән дан тотҡан Иглиндә 20 меңдән ашыу умарта иҫәпләнә. Уларҙың күпселеген ҡарабойҙай һәм көнбағыш баҫыуҙарына күсерәләр.  Күләмле эвакуацияға йүкә ағастарын баҫып алған ҡорттар сәбәпсе. Япраҡтарҙы төрөп ашаусы бөжәктәрҙән һуң яланғас ағас ҡына тороп ҡалған. Ай башынан Иглиндә генә ҡоротҡостар 8 мең гектар майҙанды баҫып алған. 2-3 аҙна элек кенә барлыҡҡа килгән бөжәктәр башта имән япраҡтарын ҡорота, унан йүкәгә күсә. Был ағас яҡынса ун көндән сәскә атырға тейеш, күрәһең быйыл уға бал ҡорто ҡунмаясаҡ. Ҡоротҡостар Иглин урмандарының яртыһын баҫып алған, ошондай уҡ хәл Ғафури, Архангель һәм Нуриман райондарында ла күҙәтелә. Бөжәктәрҙең ҡайҙан килеп сыҡҡанын әйтеүе ауыр, белгестәр быны ҡыштың йылы булыуы менән дә бәйләй.  Шул уҡ ваҡытта урмандарҙы эшкәртеү мөмкин түгел, ул тағы ла ҡурҡыныс эҙемтәләргә алып килеүе ихтимал. Ағыуҙан бал ҡорттары һәләк буласаҡ. Әле һатыуҙа быйылғы уңыштан сәскә балын ғына осратырға мөмкин. Уның хаҡы былтырғынан артыҡ айырылмай. Ә бына йүкә балы быйыл хатта 50 процентҡа ҡиммәтләнеүе ихтимал ти умартасылар. 

Яндекс.Метрика