Бөгөн республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә бөтә ил буйынса Дәүләт флагтары төшөрөлә, мәҙәниәт учреждениеларына, телевидение һәм радиола күңел асыу тапшырыуҙарын туҡтатып торорға тәҡдим ителә. Һуғыш башланған көндө хәҙер бик һирәк кешеләр иҫләйБөйөк Ватан һуғышы башланғанда Ноғман Мусинға ни бары 10 йәш була. Урамда уйнап йөрөгән малайҙарға ҡайғылы хәбәрҙе үтеп барыусы юлаусылар еткерә. Икенсе көнөнә үк, ауыл халҡы араһында аңлатыу эштәре һәм ир-егеттәрҙе фронтҡа оҙатыу башлана. Ноғман Мусин һуғыштың тәүге көнөнән фронтҡа киткән ауылдаштарын яҡшы хәтерләй. Уларҙың күбеһе „беҙ тиҙҙән еңеү менән әйләнеп ҡайтырбыҙ, тиһәләр ҙә яҡындарын күрә алмай. Яҙыусы яугир яҡташтары хаҡында бер нисә китап та баҫтыра. Репродуктор булған ҡала-ауылдарҙа йәшәүселәр Советтар Союзына фашистик Германия баҫып ингәне тураһында шул көндә үк белә. Сөнки, үҙәк радио аша СССР-ҙың сит ил эштәре буйынса халыҡ комиссары Вячеслав Молотов сығыш яһай. Ошондай шаһиттарҙың береһе Александра Абакумова. Ул һуғыш башланған йылда Горкий ҡалаһындағы урман хужалығы техникумын тамамлай. Тап 22 июндә йәш студент һуңғы имтиханын тапшырырға бара. Уҡыу йортона етмәҫ борон ҡыҙҙар һәм егеттәр репродуктор эленгән бағана янында кешеләрҙең йыйылғанын күрә һәм үҙҙәре лә туҡтап ҡала. 1941 йылдың 21 июнендә Жәүит Кузеев Брест ҡәлғәһенән 50 саҡрым алыҫлыҡта взводы менән яланда урынлашҡан була. Кисен һалдаттарҙы, аттарҙы һәм орудиеларҙы тикшергәндән һуң, лейтенант төнгө берҙә серем итергә ята. Иртәнге дүрттә командирҙарҙы ашығыс рәүештә полк штабына саҡыртып алалар һәм һуғыш башланыуы хаҡында хәбәр итәләр. Сәғәт 11-ҙә улар немецтарҙың беренсе отряды менән алышҡа инә. Беренсе көндә Жәүит Кузеев һалдаттары барлыҡ дошманды юҡ итә, ике танкыны яндыра. Беҙҙең юғалтыуҙар өс кеше була, 6 һалдат йәрәхәтләнә. Улар өс көн дауамында фашистарҙың һөжүмен кире ҡаға. Башҡорт АССР-нан фронтҡа 700 меңдән ашыу кеше китә. Уларҙың 300 мең самаһы яу яланында ятып ҡала. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугирға Советтар Союзы геройы исеме бирелә, 35 ҡаһарман Дан орденының тулы кавалеры була. Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 75 йыл тула. Ошо датаға арнап Башҡортостанда митингттар үтә. Бөгөн шулай уҡ Еңеү паркында эҙәрмәндәр отрядтары «Хәтер иртәһе» акцияһын уҙғарҙы. Өфөлә иһә Мәңгелек утҡа сәскәләр һалынды. Шулай уҡ „Хәтер шәме„ акцияһы уҙҙы. 22-се июнь халыҡ хәтерендә мәңге һаҡлана. Сөнки, тап ошо көндөң иртәһендә фашистик Германия барлыҡ килешеүҙәрҙе инҡар итеп һәм алдан хәбәр итмәйенсә Советтар Союзына һәжүм итә. Аяныслы һуғышта миллионлаған кешенең ғүмере өҙөлә. Бөгөн кесеһенән олоһона тиклем уларҙы хәтергә алырға килделәр һәм май шәп ҡабыҙҙылар. Бөйөк Ватан һуғышы афәте илдә йәшәгән һәр ғаиләгә ҡағылды. Был ҡурҡыныс алышта 26 миллион 549 мең совет кешеһенең ғүмере өҙөлә. 22 июндә бөтә республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала.

Яндекс.Метрика