Башҡортостан биләмәһендә урман янғыны һүндерелде

  • Башҡортостан биләмәһендә урман янғыны һүндерелде | ГТРК Башкортостан

Белорет районы Инйәр урмансылығында сыҡҡан ут менән 7 сәғәт көрәшергә тура килә. Бөтәһе ярты гектарҙан ашыу ағаслыҡ янып өлгөрә, ҡотҡарыу эшенә 16 кеше һәм 3 берәмек техника йәлеп ителә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яҡын тирәлә йәшәүселәргә хәүеф янамай. Ҡотҡарыусылар ҡырға сыҡҡанда янғын хәүефһеҙлеге хаҡында онотмаҫҡа кәрәклеге хаҡында йәнә иҫкәртә.

Яндекс.Метрика