Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙе торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр квитанцияһына индерергә ниәтләйҙәр

  • Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙе торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр квитанцияһына индерергә ниәтләйҙәр | ГТРК Башкортостан

Ошондай алым иғәнәләрҙе күберәк йыйырға булышлыҡ итәсәк, тип белдерәләр “Республика Төбәк операторы” фондынан. Әлеге ваҡытта, ремонт өсөн айырым квитанция килә. Башҡортостан — иғәнәләр йыйыу күрһәткесе буйынса илдә 16-сы урында килә. Ә капиталь ремонт өсөн түләүҙе, берҙәм квитанцияға индергән төбәктәр беҙҙән алдараҡ урынлашҡан. Шуға “Республика Төбәк операторы” фонды ошо алдынғы тәжрибәне ҡулланырға иҫәп тота. Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала быйыл беренсе кварталда капиталь ремонт өсөн иғәнәләр йыйыу күрһәткесе, яҡынса — 84 процент булған. Беҙҙә йорттоң бейеклегенә ҡарап ремонт өсөн бер квадрат метр 5 һум 20 тиндән алып 5 һум 80 тингә етә. Шул уҡ ваҡытта ҡануниәт буйынса, яңғыҙ йәшәүсе оло йәштәгеләргә ҙур ташламалар ҡаралған.

Яндекс.Метрика