Респубика театрҙары тәүге тапҡыр үҙ һабантуйҙарын уҙғарҙы

  • Респубика театрҙары тәүге тапҡыр үҙ һабантуйҙарын уҙғарҙы | ГТРК Башкортостан

Сәхнә эшмәкәрҙәре байрамы Иглин районы Түбәнге Ләмәз ауылында үтте. Сараның маҡсаты – республикалағы театрҙар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыу. Һабантуйҙа барлыҡ сәхнә оҫталары ҡатнашты. Артистар үҙҙәренең етеҙлеген көршөк ватып, һыу ташып һынап ҡараны. Халҡыбыҙҙың борондан килгән милли уйындары, ярыштары ла ситтә ҡалманы. Көрәштә ир-егеттәр араһынан беренсе урынды „Нур„ театры актеры Вилдан Мисбахов алһа, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан иһә ҡурсаҡ театры актрисаһы Дилә Муллабаева яуланы. Бындай һабантуй киләһе йыл да ойоштороласаҡ. 

Яндекс.Метрика