Республика мәктәптәрендә аттестаттар тапшырыу тантаналары үтә

Бөтә имтихандар тамамланғандан һуң, мәктәп тормошондағы иң мөһим һәм һуңғы байрамына әҙерләнә сығарылыш уҡыусылары. Баш ҡаланың ҡыҙ һәм егеттәре байрамды нисек ҡаршылай, уларҙың ата-әсәләренә ниндәй сығымдар кисерергә тура килә? 39-сы гимназия ҡыҙҙары сығарылыш кисәһендә бөтә ҡалала иң матуры булырға теләй. Уларҙың теләктәре ата-әсәләре өсөн  25-35 мең һумға барып баҫҡан. Елизавета иһә иң матуры булыуға түгел, ә күлдәгенең күңел торошон да  сағылдырыуына өҫтөнлөк бирә. Егеттәрҙең иһә фекерҙәре икегә бүленә: булған кейемдәреңде кейергә лә мөмкин һәм мотлаҡ баштан аяҡ  өр яңынан кейенергә.Байрам өҫтәле, аниматорҙар, йырсы-музыканттар һәм фейерверктар өсөн уртаса 12-13 мең һум аҡса сарыф иткән ата-әсәләр. Уларҙың  күптәре һәм шулай уҡ уҡыутыусылары, балалар  бындай сығымдарға лайыҡлы, тип һанай.Ҡыҙ тәрбиәләгән ата-әсәләргә сығарылыш кисәһе икеләтә сығымлы. Болотниковтар ғаиләһе иһә, киреһенсә,  сығымдарҙы икеләтә-өсләтә ҡыҫҡартыуға өлгәшкән.Конструктор: оҙон итәк тә, ҡыҫҡаһы ла — бер күлдәктә. Дөрөҫ һалынған макияж һәм прическа образды тағы ла сағыуыраҡ итә, тип һанай күптәр һәм был йүнәлештә экономиялауға урын юҡлығын белдерә. Сәсте тәртипкә килтереү һәм макияж  уртаса мең һумдан алып, өс меңгә тиклемге арауыҡта иҫәпләнә. Иң иҫтә ҡалырлыҡ сығарылыш кисәһенең тағы ла бер шарты – лимузиндар. Ҡала урамдарынан шаулап-гөрләп, елеп үтеү ҙә  күптән инде сығарылыш кисәһенең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Йомғаҡлап әйткәндә, баш ҡалала балаларына онотолмаҫлыҡ сығарылыш кисәһен үткәреү ата-әсәләргә  егерме меңдән алып илле мең һумға тиклем аҡса сарыф итергә тура килә.

Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика