Сит ил велосипедсылары Өфөлә

Швейцария, Австрия һәм Германиянан йыйылған туристар ике тәгәрмәсле техникала Мәскәүҙән Пекинға тиклем тип аталған тарихтағы иң күләмле экспедицияла ҡатнаша. 80 көн эсендә сәйәхәтселәр 7 мең 800 саҡрым юл үтеп 28 августа Пекинға барып етергә иҫәп тота. Велосәйәхәттә ҡатнашыусылар бөгөн баш ҡалабыҙға килеп етте. Бында уларҙың тәүге оҙайлы туҡталыш пункты урынлашҡан. Бөтә маршрут дауамында улар 6 ҡалала туҡталырға ниәтләй.Һауа шарттарына ҡарап сәйәхәтселәр көнөнә 120-130 саҡрым юл үтә, бөтә маршрут буйына уларҙы махсус автобустар оҙатып бара, бында сәйәхәт өсөн бөтә шарттар бар, йоҡлау урындары, ашхана, электр энергияһы, велосипедтарҙы ремонтлау өсөн ике күсмә станция оҙатып йөрөй. Иң күләмле велосәйәхәттә ҡатнашыусыларҙың күбеһе оло йәштәге кешеләр. Бындай һынауға улар ғәҙәти Европа тормошон яңы асыштар менән байытыу маҡсатынан сыҡҡан. Юлдың күп өлөшө Рәсәй биләмәләре аша үтә, сит ил туристары илебеҙҙең тарихи һәм тәбиғи байлыҡтарын баһалап та өлгөргән.

Яндекс.Метрика