Быйыл 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға 75 йыл тула

Дивизия Бөйөк Ватан һуғышында 4 мең километр юл үтә, 78 һалдат Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ була. 93 йәшен тултырған Иммаметдин Ғиләжев дәһшәтле һуғыш йылдарын бөгөнгөләй хәтерләй. Яугир 1943-сө йылда Сталинградты  немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Сталинград янында еңеү Бөйөк Ватан һуғышының һынылышлы мәле – шул алыштан совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә.  Дошманды тар-мар итеүгә Башҡортостан яугирҙары ла тос өлөш индергән. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы ла тап Сталинградтан башлана. Был яуҙарҙа 700 меңдән ашыу һалдат һәләк булған. Башҡорт атлылары тиңһеҙ батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, илгә тыныслыҡ яулай. Йәш быуын батырҙарын онотмаҫҡа тейеш, шуға 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы данын, тыныслыҡ өсөн үҙ ғүмерен йәлләмәгән яугирҙар иҫтәлеген дивизия музейында ҡәҙерләп һаҡлайҙар.

Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика