Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Германияның йөҙҙән ашыу ғалимы, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм сәйәсмәндәре  канцлер Ангела Меркелға асыҡ хат менән мөрәжәғәт иткән. Улар кисекмәҫтән Рәсәй менән дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе тергеҙергә саҡыра.  Ике ил араһында килеп тыуған ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы хәл итеү Европа өсөн яңы мөмкинлектәр аса тип әйтелә был хатта.

Анкара Германия депутаттарына НАТО авиацияһы урынлашҡан “Инджирлик” базаһына барыуҙы тыйған, тип хәбәр итә Шпигель журналы. Төркиә хөкүмәте аңлатма бирмәгән, әммә әлегә раҫланмаған мәғлүмәт буйынса, быға Бундестагтың геноцид тураһында резолюция ҡабул итеүе сәбәп булыуы ихтимал.

Пхеньян илдең көнсығышында “Мусудан” төрөндәге ике баллистик ракета осорҙо. Был ракеталар Японияға ғына түгел, унан алыҫтараҡ урынлашҡан Гуам утрауына-Америка Ҡушма Штаттарының  хәрби базаларына  тиклем осоп етә ала.

Федераль резерв системаһында әйләнештән сыҡҡан долларҙарҙы юҡ итеү буйынса яңы ҡоролма эшләй башлаған. Элек шредер аша үткән банкноталар сүплеккә түгелһә, хәҙер инде улар тупраҡҡа әйләнә. Ашлама фермаларға һатыла.  

Яндекс.Метрика