Көслө ел Ишембай районының бер-нисә ауылында йорт ҡыйыҡтарын алып ырғытҡан

Тәбиғәт ғәрәсәте Өфөлә лә ҡоторҙо, дауыл сәбәпле автомобилдәргә ағастар йығылды, электр уты һүнде, кешеләр араһында ла зыян күреүселәр бар.  Өфөгә болоттар ҡара яу булып ябырылды. Улар диңгеҙҙәге бер нисә метрлыҡ тулҡындарҙы хәтерләтте. Быны күргән һәм төшөрөп алған кешеләрҙең борсолоуы бушҡа булмай, шунда уҡ көслө ел сыҡты.  Дим биҫтәһендә йәшәүсе Юрий Камский был машинаһы менән тағы ла бер нисә йыл йөрөй алыр ине.  Хәҙер, уны үтилгә тапшырырға ғына ҡала. Тәбиғәт ғәрәсәтенән техника ғына түгел, йорттар ҙа зыян күрә. Көслө ел электр сымдарын өҙә, ҡыйыҡтарҙы алып ташлай һәм тәҙрәләрҙе вата.  Ҡойма ямғыр баш ҡала урамдарын йәнә һыуға батырҙы. Кооператив яланда көслө ел бер-нисә шәхси йорттоң ҡыйығын аҡтарҙы, кешеләрҙең үҫтергән уңышын юҡҡа сығарҙы. Гоголь урамында ағас йығылып йәйәүле зыян күрҙе.  Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн дә дауыл сығыуы ихтимал. Ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуасаҡ. Шуға халыҡҡа уяуыраҡ булырға кәңәш ителә. 

Яндекс.Метрика