Юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары әүҙем эш башланы

Быйыл республика мәктәптәрен тамамлаған 19 меңгә яҡын йәштәрҙең 10 мең 403-ө бюджет урындарына дәғүә итә ала.  Республика мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бакалавр әҙерләү программаһы буйынса 6233, белгестәргә 1518, магистрҙарға 2652 урын бирелгән. Мәктәпте бер нисә йыл элек тамамлаған Лариса Йәнгирова юғары уҡыу йортона инеү өсөн талап ителгән фәндәр буйынса тест һорауҙарына яуап бирергә тейеш. Документтарын ул классик университеттың филология бүлегенә тапшыра.Уҡырға инергә теләгәндәр документтарын илдең биш юғары уҡыу йортона һәм уларҙағы өс факультетҡа тапшыра ала. Абитуриенттарҙың был хоҡуғын үтәү өсөн Башҡорт Дәүләт университетында быйыл йәнә бер бүлек асыла. Унда эске туризм өлкәһен хеҙмәтләндереүсе белгестәр  әҙерләү күҙ уңында тотола. БДУ-ға хас тағы ла бер яңылыҡ – университеттың иҡтисад, финанс һәм бизнес институтында магистратура йүнәлештәренә бюджет урындары бар.  Уҡыу йортона йыл да йәмғеһе мең ярым тирәһе студент бакалавр һәм магистр йүнәлештәре буйынса бушлай, йәнә 800 кеше түләүле уҡыу төркөмдәренә ҡабул ителә. Хаҡтар былтырғынан юғарыраҡ, һөнәр төрҙәренә ҡарап йылына 60-тан 120 меңгә тиклем. Өфө нефть техник университетында иһә хаҡтарҙың иң юғарыһы 150 меңгә етә. Был юғары уҡыу йорто быйыл мәғариф министрылығың терәк университеты дәрәжәһен ҡаҙанды. Нефть һәм газ, төҙөлөш өлкәһендә ныҡлы белем алыр өсөн Өфөгә Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән һәм 43 сит илдән студенттар килә. Өфө авиация техник университетында бакалавр һәм магистр йүнәлештәренән тыш урта һөнәри белем биреүсе 11 бүлек бар. Быйылғы уҡыу йылына 7 меңгә яҡын студенттың ҡабул ителеүе көтөлә. Республика предприятиеларында был белгестәргә ихтыяж ҙур. Күптәр уҡырға махсус юллама алған.Гуманитар өлкәлә терәк юғары уҡыу йорто дәрәжәле педагогия университетының өҫтөнлөгө – ситтән тороп уҡыу бүлектәренең тулыһынса бюджет урындарынан тороуында. Был урта һөнәри белем алып эшкә юлланған уҡытыусылар өсөн ҡулай. Улар ҡыҫҡартылған программа буйынса өс йыл эсендә юғары белем үҙләштерә. Ныҡлы белем биреүе менән илдә танылған Өфө юғары уҡыу йорттары ҡабул итеү кампанияһына етди әҙерлек эше алып бара, уҡыусылар менән осрашыуҙар, асыҡ ишектәр көнө үткәрелә. Белемле йәштәрҙең Башҡортостанда уҡырға һәм артабан эшләргә ҡалыуы мөһим. Республика етәкселеге ошо мәсьәләне һыҙыҡ өҫтөнә ала.Заман йәштәренең һирәк йәиһә үҙенсәлекле һөнәр һайлағандары ла бар. Маҡсатҡа өлгәшеү теләге уларҙы республиканан ситтә урынлашҡан уҡыу йорттарына саҡыра.Ҡайҙа уҡыуына ҡарамаҫтан төплө белем алып илгә файҙа һәм йәмғиәткә үҫеш вәғәҙә иткәндәргә уңыштар теләйһе ҡала. Комиссиялар иһә документтар ҡабул итеүҙең иң ҡыҙыу осорон июль урталарында көтә. Берҙәм Дәүләт имтихандарының бар һөҙөмтәләре лә иғлан ителгәс урта мәктәп тамамлаған йәштәр бында йылдам ағыла башлар. Көндөҙгө һәм ситтән торп уҡыу бүлектәренең бюджет төркөмдәренә документтар 26-сы июлгә, башҡаларына 17-се авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Бар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты юғары уҡыу йорттарының интернеттағы сайттарынан алырға мөмкин. 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Өфөлә 15 кешенең ағыуланыу осрағына бәйле яңы мәғлүмәттәр билдәле | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә 15 кешенең ағыуланыу осрағына бәйле яңы мәғлүмәттәр билдәле

Сипайловолағы тиҙ туҡланыу нөктәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең береһендә стафилаккок инфекциһы табылған. Бактерия шаурмаға ҡушылған салатта ла була. Шулай итеп ағыуланыусылар һаны 16-ға етте, әле зыян күреүсе 14 кеше дауаханала. Эске эштәр министрлығы эшҡыуарҙың башҡа 6 туҡланыу нөктәһен дә...

1 минута 4 секунды назад
Смотреть видео Әбделмәмбәт ере – Алтын Бишек | ГТРК «Башкортостан»

Әбделмәмбәт ере – Алтын Бишек

Башҡортостан-24 телеканалы башланғысы менән ойошторолған Алтын бишек конкурсында ҡатнашыусылар ҙур әүҙемлек күрһәтә. Бөгөн беҙ Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылы менән таныштырабыҙ. Ирәндек итәгендә һәм йәмле Оло Ҡыҙыл      йылғаһы буйында урынлашҡан Алтын бишек хаҡында беҙҙең...

17 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан спортсылары – иң яҡшылары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спортсылары – иң яҡшылары

Өфөлә үткән милли уйындар һәм олимпиада программаһына инмәгән спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй фестивалендә республика командаһы иң юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, беренсе урынды яуланы. Башҡорт спортсылары иҫәбендә 32 алтын, 23 көмөш һәм 12 бронза миҙал. Икенсе урында Свердлов өлкәһе һәм өсөнсөлә...

17 сентября 2019
Смотреть видео Синоптиктар октябргә фараздарын еткерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар октябргә фараздарын еткерҙе

Көҙҙөң икенсе айы ямғырлы буласаҡ. Һауа температураһының уртаса күрһәткестәре 10 градустан да артмай. Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, кҡндәр болотло һәм ямғырлы буласаҡ. Бигерәк тә октябрҙең икенсе яртыһында ныҡлап  һыуыута башлай. 29-ында тәүге ҡар яуыуы ихтимал.

17 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда алданған өлөшсөләрҙе яҡлаусы ойошма барлыҡҡа килде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда алданған өлөшсөләрҙе яҡлаусы ойошма барлыҡҡа килде

Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар алдында бурысы булып банкрот тип иғлан ителгән төҙөүсе ойошмаларҙың йөкләмәләрен көйләү фондын булдырыу тураһындағы Указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйғайны. Ул проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөү, финанс мәсьәләлрҙе хәл итеү менән шөғөлләнәсәк. Эш бер нисә этапта алып...

17 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостандың киләһе биш йылға үҫеш планы әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың киләһе биш йылға үҫеш планы әҙерләнә

Беҙ һәр ихатаға инергә тейеш. Хөкүмәт йортонда үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостандың киләһе биш йылға үҫеш планын әҙерләгәндә һәр кем өсөн аңлайышлы һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе мотлаҡ иҫәпкә алырға ҡушты. Башҡортостанда арыу ғына ихаталар бар. Республика етәксеһе Салауат,...

17 сентября 2019
Смотреть видео Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йәйге гастролдәренән бер аҙ ял итеп, йәнә эшкә сумды | ГТРК «Башкортостан»

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йәйге гастролдәренән бер аҙ ял итеп, йәнә эшкә сумды

Әлеге ваҡытта легендар коллектив Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәргә йыйына. Был турала ансамблдең етәкселәре матбуғат конференцияһында һөйләне.  Репетициялар араһында тамашасылары өсөн ҡыҙыҡлы флешмоб та әҙерләп өлгөрә бейеүселәр. 18 сентябрҙә гастроль турының тәүге концерты, ул Мәскәүҙең...

13 сентября 2019
Смотреть видео Гөлли Мөбәрәкованың уйланыуҙары | ГТРК «Башкортостан»

Гөлли Мөбәрәкованың уйланыуҙары

Бөйөк актриса Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәковаға бағышланған яңы китап донъя күрҙе. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның исем туйы үтте.  Китаптың авторы - драматург, журналист Владимир Жеребцов кисәлә була алманы, шулай ҙа залда Гөлли Мөбәрәкованың үҙен, ижадын...

13 сентября 2019
Смотреть видео Йәш археологтар табыштары менән таныштыра | ГТРК «Башкортостан»

Йәш археологтар табыштары менән таныштыра

Көнъяҡ Урал йәштәр археология мәктәбе ҡаҙыу эштәре миҙгелен йомғаҡлай. Табылған артефакттарҙы өйрәнер өсөн ғалимдарға бихисап ваҡыт талап ителә. Әммә тәүге һығымталар менән улар бөгөндән бүлешергә әҙер. Быйылғы йәй ямғырлы, йылы көндәргә һаран булды. Әммә һауа торошо мауығыусан йәштәргә ҡамасау...

13 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда йыйылған спорт машиналары бөтә илгә билдәле | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йыйылған спорт машиналары бөтә илгә билдәле

Иглин районында йәшәүсе автомеханик багилар йыйыу менән мауыға. Сифатлы техникалары менән билдәлелек яулап өлгөргән Руслан Ғүмәровтың ҡул эштәрен Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һатып алалар. Был видеояҙмалар хәҙер Ғүмәровтарҙың ғаилә архивында ҙур иҫтәлек булып һаҡлана. Бөтә ерҙән үтә алған һәм...

13 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда балалар ҡатнашлығында авариялар һаны утыҙ процентҡа кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда балалар ҡатнашлығында авариялар һаны утыҙ процентҡа кәмегән

Был турала Өфөлә үткән “Хәүефһеҙ юлдар” проекты менән таныштырыу барышында белдерҙеләр. Был ҡаҙанаштың төп нигеҙе-балалар араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм йәмәғәтселек ҡатнашлығындағы төрлө акциялар һөҙөмтәһе. 7 ай эсендә акция барышында бөтәһе өс мең практик сара...

13 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан умартасылары яңы ысулдар үҙләштерә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан умартасылары яңы ысулдар үҙләштерә

Бөрөлә мәҫәлән йүнселдәрҙең береһе Рут ысулын үҙләштерә. Илдең Алыҫ Көнсығышында киң таралған умарталар ҡорттоң баш һанын арттырыуға йүнәлтелгән. Игорь Волочков умартасылыҡ менән 50 йылдан ашыу шөғөлләнә. 60-сы йылдарҙа Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышынан ғаиләһе менән Башҡортостанға күсеп килгәс, халыҡ...

13 сентября 2019
Смотреть видео Канадала үткән Апимондия конгрессында Башҡортостан 7 миҙал яуланы | ГТРК «Башкортостан»

Канадала үткән Апимондия конгрессында Башҡортостан 7 миҙал яуланы

Умартасылар федерациялары конгрессы был көндәрҙә Монреаль ҡалаһында үтә. Ишембай районынан конгрессҡа алып барылған йүкә балы тәме буйынса иң яҡшыһы тип танылды һәм алтын миҙалға лайыҡ булды. Форум эксперттары саған балының татын да юғары баһаланы. Башҡортостан экспозицияһы, шулай уҡ бал...

13 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан колледждарҙа бюджет урындарын арттыра | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан колледждарҙа бюджет урындарын арттыра

Ә колледждар өсөн Республика башлығы гранттарын булдырыу көтөлә. “Мәғариф сәғәтененең” сираттағы ултырышы Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм именлек колледжында үтте. Урта белем алған үҫмерҙәр һаны күбәйә, ә һөнәри белем биреү йорттарында бюджет урындары етмәй. Мәғариф министры вазифаһын...

13 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда туҡланыу нөктәләрен тикшерәсәктәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда туҡланыу нөктәләрен тикшерәсәктәр

Быға Өфөлә шаурма ашап 15 кеше ағыуланыу осрағы сәбәпсе булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл Сипайловолағы бистроларҙың береһендә теркәлә, осраҡ буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Сипайлово биҫтәһендәге Шаурма нөктәһенән ризыҡ алып ашағандан һуң кинәт ауырып бер кистә генә 15 кеше Йоғошло...

13 сентября 2019
Смотреть видео Шишмәләргә бай район | ГТРК «Башкортостан»

Шишмәләргә бай район

“Алтын бишек” акцияһында ҡатнашыусы ауылдың иһә үҙендә генә 6 сығанаҡ сылтырап аға. Ауылды ҡайһы берҙәр Шүлгән тип тә атай, әммә тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса ауылдың атамаһы – Шулған.  Башҡортостандың төнъяҡ өлөшөндә урынлашҡан Тәтешле районының иң ҙур ауылы – Шулған халҡы, уларҙың...

12 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан башлығы ихаталары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан башлығы ихаталары

Республиканың һәр муниципалитетында Башҡортостан башлығы ихаталары барлыҡҡа киләсәк. Был турала Радий Хәбиров Өфөләге эш сәфәре барышында белдерҙе. Республиканың һәр муниципалитетында Башҡортостан башлығы ихаталары барлыҡҡа киләсәк. Был турала Радий Хәбиров Өфөләге эш сәфәре барышында белдерҙе....

12 сентября 2019
Смотреть видео Өҫтәмә белем алыуға бушлай сертификаттар | ГТРК «Башкортостан»

Өҫтәмә белем алыуға бушлай сертификаттар

Яңы уҡыу йылынан республиканың 36 районында өҫтәлмә белем биреү буйынса өр-яңы пилот проекты эш башлаясаҡ. 5 йәштән 18 йәшкәсә булған һәр балаға муниципаль бюджеттан 8 мең 800 һум бүленә. Әле иҫәп сертификаттарын биреү башланған. Алты йәшен саҡ тултырған Камалияның бүлмәһен тиҫтәләгән миҙал, маҡтау...

11 сентября 2019
Смотреть видео “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе ағзалары һайлауҙа лайыҡлы һәм бәхәсһеҙ еңеүгә өлгәште | ГТРК «Башкортостан»

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе ағзалары һайлауҙа лайыҡлы һәм бәхәсһеҙ еңеүгә өлгәште

 Партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев белдереүенсә, Башҡортостан һайлаусылары  Берҙәм Рәсәй кандидаттарына иң күп тауыш биргән, был һан Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән күпкә юғары. “Һаулыҡ һуҡмағы” проекты артабан үҫтерелә, “Әкиәт урманы” төҙөлә һәм “Торос” тергеҙелеп...

11 сентября 2019
Смотреть видео Республикала Башҡорт ихаталары программаһының беренсе этабы тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала Башҡорт ихаталары программаһының беренсе этабы тамамлана

 6 йылға иҫәпләнгән программа сиктәрендә төбәктә барлығы өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү планлаштырыла. Әле Өфөнөң Киров районында эштәрҙең һуңғы этабы бара. Өфөнөң Менделеев урамында төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында.  Ихата эсенә асфальт һалынған, бордюрҙар ҡуйылған,...

11 сентября 2019
Смотреть видео “Ауыл табибы” программаһы мөмкинлектәре | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл табибы” программаһы мөмкинлектәре

 “Ауыл табибы” программаһы буйынса Шишмә үҙәк район дауаханаһында эшләп йөрөгән 13 табип бер миллион һумлыҡ сертификат алды. Әйткәндәй быйылдан дәүләт субсидияһына тар йүнәлешле белгестәр ҙә дәғүә итә. Ике ҡатлы йортто төҙөп бөтөргә бер-нисә ай ғына ҡалды, тип ҡыуана Ринат  Рафиҡов....

11 сентября 2019
Смотреть видео Олоһон да, кесеһен дә дарыуҙар менән тәъмин итеү | ГТРК «Башкортостан»

Олоһон да, кесеһен дә дарыуҙар менән тәъмин итеү

Олоһон да, кесеһен дә дарыуҙар менән тәъмин итеү – ошо мәсъәлә буйынса пациенттар йәмәғәт ойошмалары  Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин менән осрашты. Ҡатмарлы һәм һирәк осраған сирҙәр менән яфаланған пациенттарҙы тотҡарлыҡһыҙ дарыуҙар, медицина...

11 сентября 2019
Смотреть видео Өфө халҡын бал йәрминкәһенә саҡыралар | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халҡын бал йәрминкәһенә саҡыралар

Был аҙнала Ленин исемендәге майҙанда “Табындағы бал – ғаиләнең сәләмәтлеге” тип аталған фестиваль үтә. Бында төрлө райондарҙан умартасылар үҙ продукцияһын ҡуясаҡ. Халыҡҡа йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балы, шулай уҡ солоҡ балы тәҡдим ителә. Бынан тыш, прополис, инә ҡорт һөтө, һитә һәм башҡа төр тауар...

10 сентября 2019
Яндекс.Метрика