Батырҙар эсемлеге

Йылдан-йыл ҡымыҙ эшләүселәр һаны арта бара. Ә бәғзе берәүҙәре иһә шифаханаларҙы йыл әйләнәһенә яңы һауылған бейә һөтөнән әҙерләнгән ҡымыҙ менән тәъмин итә. Рүсимә Вахитова  Руслан Ахуновтарҙың йылҡысылыҡ фермаһында алдынғы һауынсыларҙың береһе. Бында бешелгән  ҡымыҙҙы халыҡ яратып ала. Элекке совхоздан ҡалған ферма биналары нигеҙендә барлыҡҡа килгән хужалыҡта 300 баштан ашыу йылҡы малы аҫырала, шуларҙың 100 башы – һауын бейәләре.Бейәләрҙе барлығы өс һауынсы һауа, ә ҡымыҙҙы уның бөтә серҙәрен белгән  хужабикә үҙе бешә.  Шифалы эсемлекте етештергәндә һәр минуты ҡәҙерле, ти ул.Башҡорт тоҡомло бейә һөтөнән бешелгән ҡымыҙ айырыуса шифалы, ти хужалар. Шуға ла еңел ҡымыҙҙы, башлыса, балалар шифаханалары һатып ала. Батыр булам тиһәң дә, матур булам тиһәң дә – ҡымыҙ эс тиҙәр беҙҙең халыҡта. Бер көн эсендә хужалыҡта 500 шешәгә яҡын шифалы эсемлек тултырыла. Һуңынан улар ҡала-район шифаханаларына оҙатыла.Йүнсел хужалар ҡышҡылыҡҡа аҙыҡты ла үҙҙәре әҙерләй.  400 гектар ерҙең 150-һе йылҡы малына бесән эшләү өсөн ҡалдырылған. Сифатлы ҡымыҙ бешеү өсөн ваҡытыңды ла, көсөндө лә йәлләргә ярамай. Ә бөгөнгө көндә бары тик һәйбәт ҡымыҙҙан ғына килем алырға мѳмкин, ти Ахуновтар.

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика