Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»

Ҡара сиңерткә Әбйәлилде баҫа

Башҡортостанда ҡара сиңерткәләр күпләп таралыу сәбәпле, тағы ла бер төбәктә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Махсус режим Әбйәлил районында. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ҡара сиңерткә ун ауыл биләмәһендә – 10 мең гектар майҙанда таралған. Ҡара сиңерткә Баймаҡ яғынан килгән. Әле улар бесәнлектәрҙә һәм урмандарҙа туҡлана. Зыян күләме билдәле түгел, әммә, халыҡҡа бесәнде башҡа төбәктәрҙән һатып алырға тура киләсәк.

Ҡоротҡос бөжәктәр ун ауылдың биләмәһендә таралған. Белгестәр әйтеүенсә, бындағы йәшеллекте ашап бөткәс улар башҡа төбәккә китәсәк. Ҡара сиңерткә 9 мең гектарҙа тиҫтәнән ашыу ауыл хужалығы ерҙәрен баҫып алған. Хужалыҡтар үҙ көстәре менән баҫыуҙарҙы эшкәртергә тырыша. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында ҡоро һәм эҫе көндәр торҙо.Ул иһә ҡара сиңерткәләр күпләп таралыуға булышлыҡ итте. Яңыраҡ ҡына районда ямғыр үткән. Шуға күрә ҡара сиңерткәләр бер аҙ тыныслана төшкән. Квадрат метрына уртаса 30-40 бөжәк тура килә. Ә ҡайһы бер урындарҙа 70-80-лә етә. Ҡара сиңкерткә сабынлыҡтар һәм сәсеүлектәргә етди зыян килтергән. Шулай ҙа күпселек ялан-баҫыуҙарҙы эшкәртеп өлгөргәндәр. Был эш артабан да дауам ителәсәк.

Әлегә ике районда ғына ҡара сиңерткә таралған. Быға тиклем Баймаҡта ла ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгәйне. Белгестәр башҡа төбәктәргә ҡара сиңерткә менән көрәшкә әҙер булырға кәңәш итә. 

 

Яндекс.Метрика