Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә Польшаны һәм Австрияны һыу баҫҡан. Польшаның үҙәк һәм көнсығыш райондарына ҙур зыян килгән, юлдар һәм йорттар һыу эсендә ултыра, электр сымдары өҙөлгән. Австрияның көньяғында ла шундай уҡ хәл. Каринтия һәм Штирия ерҙәрендә көслө ямғыр һәм боҙборсаҡ электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә ҡатмарлыҡтар тыуҙырған. Урамдарҙы һыу баҫҡан. Баш ҡалаһы Венала янғын һүндереү хеҙмәттәре юғары әҙерлектә тора.

Туғыҙ йыл дауам иткән төҙөлөштән һуң Панама каналы асылды.  Тантанала Панаманың президенты Хуан Карлос Варела һәм күрше дәүләттәрҙең башлыҡтары ҡатнашҡан.  Тәү башлап киңәйтелгән каналдан 9,5 мең контейнер һыйҙырған судно үткән. Тымыҡ океандан  Атлантик океанға илткән мөһим яһалма һыу юлының үткәреү һәләте ике тапҡырға артып, йылына 300 миллион тоннанан 600 миллион тоннаға еткән.

Футбол буйынса Америка кубогы – Чили командаһында. Турнирҙың финал уйынында улар Аргентиналарҙы 4:2 иҫәбе менән еңеп сыҡты. Сәбәбе – Лионель Мессии ун бер метр алыҫлыҡтан тупты индерә алмауы. Шуға уйынсы Аргентина йыйылма комантаһынан китеүен белдерҙе.  Месси 17 йыл испанияның “Барселона”һы өсөн уйнап, донъялағы иң яҡшы футболсы исемен яулағайны. Ул биш тапҡыр “Алтын туп”ҡа лайыҡ булған. 

Яндекс.Метрика