Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»

Республикала мәктәп уҡыусыларының сығарылыш кисәләре тамамланды

Быйыл өлгөргәнлек аттестаттарын 18 мең ҡыҙ һәм егет алды. Уҡыу алдынғыларына алтын һәм көмөш миҙалдар, олимпиадаларҙа еңеүселәргә грамоталар тапшырылды.

11 йыл элек мәктәп ишеген асып инеп тәүге тапҡыр парта артына ултырған ҡыҙҙар һәм егеттәр хәҙер төрлө хис-тойғолар кисерә. Уларҙы һағыш ҡатыш шатлыҡ менән сағыштырырға ла була. Кисәге уҡыу, имтихандар ығы-зығыһын иртәгәһе маҡсаттар, яңы үрҙәр алмаштыра.

Башҡаланың Дим районы мәктәптәрен тамамлаған 270 уҡыусының 63-ө миҙалдарға лайыҡ. Уларға өлгөргәнлек аттестатын тапшырыу тантанаһы республикала иғлан ителгән Кино йылына арналды.  Ҡыҙҙар һәм егеттәр карапта серле утрауға сәйәхәткә юлланды. Йәштәр алдында бар йүнәлештәр асыҡ.

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов башҡаланың 130 мәктәбен тамамлаған 5 мең уҡыусы республиканың юғары, белем биреү, урта һөнәрселек уҡыу йорттарында белемен артабан дауам итер, тигән ышаныста.

Һәр мәктәп үҙ уҡыусылар өсөн иҫтәлекле кисәләр ойошторҙо. Башҡаланың 45-се урта белем биреү йорто ла кисәге уҡыусыларын оло тормош юлына оҙатты. Алтын һәм көмөш миҙалға лайыҡтар, Бөтә Рәсәй олимпиадаларының төрлө этаптарында еңеүселәр генә түгел,  60 уҡыусының һәр ҡайһыһы исеменә айырым маҡтау һүҙҙәре, үҙенсәлекле теләктәр яңғыраны. Был ваҡиға уҡытыусылар һәм ата-әсә өсөн дә тулҡынландырғыс.

Бала саҡ менән хушлашыу кисен яңы тормошҡа аяҡ баҫыу иртәһе алмаштырҙы. Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе алда аҡ бәхеттәр һәм сәмле маҡсаттар көтә. Уларҙың бойомға ашыры тик үҙҙәренән тора.

 

Яндекс.Метрика