Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте билеты на матч ФК «Уфа» vs ФК «ЦСКА»! - 209857540 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя

Баймаҡ районында ошондай исем аҫтында Беренсе асыҡ форум үтте. Сарала спорт ярыштары, ижади конкурсттар уҙғарылды, төрлө күргәҙмәләр эшләне. Форумда эшҡыуарлыҡ темаһына арналған түңәрәк өҫтәлдәр һәм бизнес-тренингтар ойошторолдо. Байрамға Татарстан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән дә ҡунаҡтар килгәйне.

Халҡыбыҙҙың ҙур саралары милли йолаға әйләнгән бәйгеләрһеҙ үтмәй. Был юлы ла ул көрәш, ат сабыштары, бағанаға үрмәләү кеүек ярыштарҙан башланды. Йәштәр волейбол, футбол буйынса ла иң көслөләрҙе асыҡланы. Әммә, барыһын да яңы бәйгеләр ҡыҙыҡһындырҙы. Форумда беренсе тапҡыр Ылаҡ уйыны һәм һыбайлылар биатлоны күрһәтелде.

Форум концерт программаһы менән үрелеп барҙы. Шулай уҡ, йәш башҡарыусылар араһында Йәшлек моңо республика конкурсы үтте. Ә тирмәләрҙә эшҡыуарлыҡ мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. Уларҙа йәштәр башланғыстарына ярҙам итеү, үҙ эшеңде асҡанда ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу һорауҙары ҡаралды.

Белгестәр билдәләүенсә, иҡтисади көрсөк йәштәргә яңы мөмкинлектәр аса. Белгестәр уларҙы файҙаланып, эш асып ҡалырға кәңәш итә. Сараға йыйылыусылар башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тигән темаға ла әңгәмәләште. Унда телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе күтәрелде.

Форум сиктәрендә Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ойошмаһы булдырылды һәм уның уставы раҫланды. Шунда уҡ, яңы ойошмаға ағзалар ҡабул ителде. Йәштәр өсөн күңел асыу саралары ла ойошторолдо.

Йәштәр йыйыны төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү, милли һәм рухи ҡиммәттәрҙе, башҡа милләт вәкилдәре менән дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында уҙғарылды. Ҡунаҡтар бындай Башҡортостан тәжрибәһен үҙҙәрендә индерергә йыйына.

Ойоштороусылар белдереүенсә, Баймаҡта беренсе тапҡыр уҙғарылған форум артабан да киң билдәләнәсәк. Киләһе йылдарҙа сараны Башҡортостандың башҡа райондарында ла үткәреү планлаштырыла.

Яндекс.Метрика