1 июлдән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр арта

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йылытыу өсөн тариф 7 процентҡа күтәрелә. Эҫе һыу өсөн хаҡ 1 июлдән 6 процентҡа арта, һалҡын һыуҙың да сама менән 5 процентҡа ҡиммәтләнеүе көтөлә. Торлаҡ-коммуналь тарифтар ҙа 1 июлдән артасаҡ. Әммә  дөйөм йорт ихтыяждарын  һаҡсыл ҡулланғанда,  хаҡтарҙың күтәрелеүен    һиҙмәҫкә лә мөмкин, ти белгестәр.

Елена Борадачева күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәй. Электр энергияһын, һыуҙы самалап ҡулланғанда, һәр йорт хужаһын даими рәүештә контролдә тотҡанда дөйөм йорт ихтыяжы өсөн түләҙәрҙең артҡанын һиҙмәҫкә лә мөмкин, ти ул. 

1 июлдән квитанцияға түләүҙәр 8 процентҡа артып киләсәк. Коммуналь хеҙмәттәр әйтеүенсә,  хаҡтарҙың артыуы ремонт эштәренә  бәйле. Был аҡсаларға торбалар алыштырыла, электр сымдары йүнәтелә.

Хаҡтар күтәрелер алдынан кампаниялар сығымдарҙы иҫәпләй. Халыҡтың да коммуналь түләүҙәргә етди ҡарауы һәм дөйөм йорт ҡаралтыларына һаҡсыл ҡарашта  булыуы мөһим, ти белгестәр.

Дөйөм йорт ихтыяжындағы электр энергияһын, һыуҙы һаҡсыл тотоноуға хәҙер иғтибар бермә-бер артырға тейеш, ти коммуналь хужалыҡ идаралығы белгестәре.

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика