Беҙҙең телеканал иғлан иткән “Алтын бишек” конкурсында ҡатнашырға теләүселәр арта

Рәсәй-Башҡортостан каналы  иғлан иткән күләмле бәйге — „Алтын бишек„ конкурсында ҡатнашыусы тәүге ауыл менән таныштырабыҙ. Ул Дәүләкән районының  Иҫке Яппар ауылы. 500 йыллыҡ тарихы булған күркәм ауыл халҡы саҡырыуы буйынса хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева Иҫке Яппарҙарҙың бөгөнгө йәшәйеше менән танышып ҡайтты.

Йәмле Дим буйында урынлашҡан Иҫке Яппар – Дәүләкән районындағы иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Бында табылған тарихи ҡомартҡылар бронза дәүеренә, таш һәм тимер быуатҡа ҡарай. Ауыл тураһында йырҙар йырлана, шиғырҙар ижад ителә, китаптар яҙыла.

Иҫке Яппар урамдарында йыр-моң ағыла, йорттары яҙҙан алып көҙгә тиклем гөл-сәскәгә күмелеп ултыра, урындағы халыҡ гөрләп йәшәй. Урамдар матур,  йорттар  төҙөк. Мәҫәлән, Сәфәровтарҙың өйҙәре балҡып, күҙҙең яуын алып ултыра. Улар оҙаҡ йылдар ситтә йөрөп, тыуған ауылына ҡайтып төпләнгән. Иҫке Яппарҙың хужабикәләре килгән ҡунаҡтарҙы был яҡҡа ғына хас аш-һыуҙар бешереп ҡаршы ала.

Беҙҙең акцияның партнерҙары Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре һәр ҡатнашыусыға ошондай приставка бүләк итә. Уның ярҙамында мультиплексҡа ингән каналдарҙы, шулай уҡ беҙҙең тапшырыуҙарҙы ла юғары сифатта цифралы форматта бушлай ҡарау мөмкин. Бүләкләнеүселәр ауылдың иң өлкән кешеләре – Кинйәғоловтар ғаиләһе 64 йыл бергә ғүмер итә.

Төбәктә умартасылар ҙа бихисап. Был шөғөл быуын-быуындан күсә килә. Мәҫәлән, Ибраһимовтар 25 йыллап бал ҡорттары тота.  Яппар ауылында иң яҡшы ҡымыҙ яһаусылар барлығы күптән билдәләле, бындағы ҡымыҙ үҙенең үҙенсәлекле тәме менән айырылып тора.  Сабир һәм Лилиә Ғариповтар ғаиләһе 15 йылдан ашыу ҡымыҙ яһау менән шөғөлләнә. Был йортта сыҙамлы, данлыҡлы башҡорт токомло аттар тәрбәиәләнә. Ауылдың ағинәйҙәре үҙенең мөҡәддәс бурыстарын намыҫлы башҡара. Балаларҙа бәләкәйҙән үк тыуған иленә, еренә, теленә һөйөү тәрбиәләй, боронғо йолаларҙы өйрәтә. Ысынлап та, 500 йыллыҡ тарихҡа эйә Иҫке Яппар матур тәбиғәте, арҙаҡлы шәхестәре, өлөгө ғаиләләре, һәләтле кешеләре, оҫта ҡуллы эшсәндәре менән дан тота. Ә һеҙҙең районда улар менән көс һынашырлыҡ, бөтә республикаға танытырлыҡ ауылдар бармы? Әгәр һеҙҙең тыуған төйәгегеҙ алтынға бәрәбәр тип иҫәпләһәгеҙ, беҙһең телерадиокомпания иғлан иткән “Алтын бишек” конкурсынан ситтә ҡалмағыҙ. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүлктәр көтә.

Республикабыҙҙың ынйылары булған ауылдар араһынан еңеүсе ауыл тауыш биреү юлы менән билдәләнә. Әгәр һеҙҙең ауыл был бәйгелә ҡатнашырға хоҡуҡлы тип иҫәпләйһегеҙ икән беҙҙең редакцияға шылтыратығыҙ. Телефон һандары 295- 98- 73.Әлегә беҙ бәйгелә ҡатнашырға теләк белдереүсе тәүге ауыл менән һеҙҙе таныштырабыҙ.



Последние новости

Яндекс.Метрика