Беҙҙең телерадиокомпания – республиканың киң мәғлүмәт саралары араһында рейтинг һәм сифатлы мәғлүмәт продукты етештереү буйынса беренсе урында килә

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары-төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сабитов менән осрашыуҙа белдерҙе. Республика башлығы холдингтың Башҡортостандағы филиалына күрһәткән ярҙамы өсөн Рифат Сабитовҡа рәхмәтен дә еткерҙе.Фекер алышыуҙа яңы проекттарҙы бойомға ашырыу юлдары ла барланды.  Яҡтар Республиканың мөмкинлектәрен байытыу, республикаға туристар ағымын һәм инвестицияларҙы арттырыу өсөн берлектә эшләргә килеште. Республикала „Тэфи-регион„ конкурсының финалын үткәреү ҙә ил журналистарына Республиканың яңы яҡтарын асыу мөмкинлеген бирәсәк.

Яндекс.Метрика