Эфирҙа Маяҡ

Бөгөн Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары-төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сабитов шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт теле радиотапшырыуҙар компанияһы холдингында эфирға сыға башлаған легендар Маяҡ радиоһының тәүге тапшырыуында ла ҡатнашты. Башҡортостанда Маяҡ радиоһының яңынан эфир тулҡындарына сығыуы тамашасыларҙы дөрөҫ һәм урынлы мәғлүмәткә ихтияжын ҡәнәғәтләндереү йәһәтенән әһәмиәтле аҙым.

Фәниә Хабибулловна тынлыҡта түтәл утарға яратмай. Тормош иптәше лә һәр ваҡыт донъялағы һуңғы хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булырға күнеккән. Баҡсасылар ширғәтендә лә уны шаяртып журналист тип йөрөтәләр. Шуға ла Кәримовтар ғаиләһе 100 һәм 6 тулҡынына  Маяҡ радиоһын тәүгеләрҙән булып көйләгән.

Маяҡ радиоһының беҙҙең төбәктән сыға башлауы тоғро тыңлаусылар өсөн яҡшы яңылыҡ. Тапшырыуҙар Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта апрель айынан уҡ сыға, ә хәҙер тура эфирҙа- интерактив тапшырыуҙарға ла сират етте.  Ҡорамалдар, тапшырыуҙы биҙәүсе джинглдар төбәк бәйләнешенә әҙер. Маяҡ Башҡортостанда командаһы техник һәм ойоштороу эштәрен тамамлап тыңлаусылар менән осрашыу көтә. Ҡасандыр Бөтә союз радиоһы эфирға сыҡҡан иң боронғо студия хәҙер яңыртылып заманса төҫ алған. Ә бөгөндән Өфө һәм Стәрлетамаҡ халҡы 100 һәм 6 FM, 106 һәм 7 FM йышлыҡтарында яратҡан алып барыусылары – Рөстәм Ғәббәсов һәм Элла Курильскаяның тауышын «Һөйләгеҙ, беҙ һеҙҙе тыңлайбыҙ » тапшырыуында тыңланы.   Оҙаҡ йылдар дауамында Маяҡ иң етеҙ мәғлүмәт саралары рәтендә. Форматтың үҙгәреү менән  яңылыҡтарҙың тиҙлеге, тапшырыуҙарҙың сифаты үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ.

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика