Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй көнбайыш илдәренә ҡарата тыйыуҙары оҙайта. Ил президенты Владимир Путин аҙыҡ-түлек эмбаргоһы 2017 йылдың 31 декабренә тиклем  һуҙыласаҡ тигән указға ҡул ҡуйҙы. Был Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы һәм Украинаның көнсығышында Минскиҙағы килешеүҙәрҙе үтәмәүе сәбәпле беҙҙең илгә ҡаршы индерелгән санкцияларға яуабы.

Путин һәм Эрдоган Рәсәй туристары өсөн Төркиәне асыу тураһында килешкән. Улар телефондан 40 минутлыҡ әңгәмә ваҡытында илдәр араһындағы тыйыуҙарҙы билдәле  шарттарҙа бөтөрөргә мөмкин тип һөйләшкән. Иң мөһиме, Төркиә беҙҙең граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә бурылсы. Шул ваҡытта ғына рәсәй халҡы Төркиә курорттарында ял итеү мөмкинлеген аласаҡ.

Францияла химия материалдары етештергән заводта янғын сыҡҡан. Ҡотҡарыусылар бер кешенең кәүҙәһен тапҡан. Ул предприятиның хеҙмәткәреме, юҡмы икәнелеге әле асыҡлана. Ут заводтың келәттәренә ҡабынып, 600 кв.метр майҙанға таралаған.

Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика