200 һәм 2000 һумлыҡ аҡсаларҙа Өфөнөң Дуҫлыҡ Монументы йә Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтләнеүе ихтимал

Рәсәй банкы яңы купюраларҙы биҙәйәсәк ҡалаларҙы һайлауға старт бирҙе. Тауыш йыйыу бер нисә этапта үтә. Башҡортостандан милли валютала урын алыу өсөн Салауат Юлаев һәйкәле, Дуҫлыҡ монументы һәм Ләлә-Тюлпан мәсете символикалары көс һынаша. Был Уфимка исемен алған купюралар революция ваҡытында аҡса етешмәгәнлектән әйләнешкә индерелә. Ваҡытлы хөкүмәт дефицитты ошо рәүешле хәл итә. Өфө төшөрөлгән аҡса менән ул ваҡытта урында ғына иҫәпләшеп булған.

Йәнә 1 быуаттан Өфө, был юлы инде рәсми рәүештә, яңы һумлыҡтарҙа үҙ урынын алыуға дәғүә итә. Салауат Юлаев һәйкәле төшөрөп эшләнгән 2 мең һумлыҡ аҡса өлгөһөн Красноярск дизайнерҙары башҡарған. Әле компания федераль конкурска ғариза бирергә әҙерләнә. Яңы купюралар сығарыу тураһында ҡарар Рәсәй банкы тарафынан ҡабул ителде һәм ул 2017 йылда әйләнешкә инергә тейеш. Әммә уның символикаһын билдәләү тарихта тәүге тапҡыр халыҡтан тауыш биреү ысулы менән башҡарыла. Тауыш биреү өс этапта үтә. Тәүгеһе, халыҡтан онлайн тауыш йыйыу Твоя Россия нөктә РФ сайтында 28 июлгә тиклем барасаҡ. Бында теләүсе һәр кем инеп ҡала исемен яҙып үҙенә оҡшаған симводиканың исемен тәҡдим итә.  Икенсе этапҡа үтер өсөн кәмендә 5 мең тауыш йыйырға кәрәк, 1 көн эсендә 3 ҡала Владивосток, Волгоград һәм Севастополь икенсе турға үтеп тә өлгөрҙө. Өфөнөң дә был конкурста лайыҡлы урын алыуға бөтә мөмкинлектәре бар.  Өфөлөләр Салауат Юлаев һәйкәле, Дуҫлыҡ монументы һәм Ләлә-Тюлпан мәсете символикалары өсөн әүҙем тауыш бирә.  Икенсе этапта Йәмәғәт фекерен белешеү фонды илдең 70 төбәгендә 6 мең кешенән һорау алыу ойоштороп 3-сө этапҡа үтәсәк 10 ҡаланы асыҡлай. Еңеүсе ике ҡала өсөн ошо уҡ сайтта онлайн һәм анкета ярҙамында оффлайн рәүешендә тауыш йыйыла. Ә еңеүсене иһә 7 октябрь көнө беҙҙең каналда тура эфирҙа иғлан итәсәктәр.  Рәсми тауыш йыйыу башланғанға тиклем Чейнж орг сайтында петиция иғлан ителгәйне. Унда ла Башҡортостан символикалары өсөн әүҙем тауыш бирәләр

 

 

 

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика