Өфөлә йәшәүсе ҡатын Мәскәүҙәге апелляция органына мөрәжәғәт итергә мәжбүр

Ул балаһы өсөн ивалидлыҡ статусын респубикала алыуға  бөтөнләй ышанысын юғалтҡан.  Ҡатмарлы мәсьәлә иһә бихисап ата-әсәләрҙе борсой. Был социаль категория — балаларға бушлай реабилитацияланырға һәм льготалар алырға мөмкинлек бирә, әммә ата-әсәләргә тәүҙә үҙ балаһының ғәриплеген иҫбат итергә кәрәк. Дүрт йәшлек Илдан тыумыштан йөрәк ҡан-тамыр сире менән яфалана.  Әле ул әсәһе менән комиссия һөҙөмтәләрен көтә.  Дүртөйлөлә малайға инвалидыҡты рәсмиләштерергә рөхсәт итмәйҙәр. Апелляцияны Өфөнөң баш социаль медицина бюроһында ҡарайҙар. Фәниә Мифтахова инвалидыҡ статусының  бушлай реабилитацияға мөмкинлек биреүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ҡарар сығарыр алдынан табиптар кескәй пациенттар менән айырым бүлмәлә шөғөлләнә. Процедура бер-нисә сәғәт буйына дауам итә. Юғары категориялы табип Роза Баҡыева әйтеүенсә, балаларҙы төрлө белгестәр ентекләп тикшерә, шунан һуң ғына инвалидлыҡ тураһында ҡарар сығара. Дима Замараев һуңғы йылдарҙа мәктәпкә бөтөнләй йөрөмәй. Белемде лә ситтән тороп ала. Малайға һирәк осрай торған диагноз ҡуялар. Ауыр операция кисергәндән һуң Дима сатанлай башлай.  Өфө табиптары Диманың хәле яҡшырҙы, тип инвалид статусынан сығара, шуға малайҙың әсәһе Мәскәүгә барып сираттағы апелляцияға бирергә йыйына. Ханым улының тулыһынса һауығыуына ышанмай, реабилитацияның да ғүмер буйы кәрәклеген дәлилләй. Эксперт бюроһында эшләүселәргә ата-әсәләрҙең ҡәнәғәтһеҙлеген йыш ишетергә тура килә.Белгестәр социаль пенсия, ташламаларҙың, реабилитацион үҙәктәргә бушлай эләгеү мөмкинлеге кәрәклеген аңлай, әлбиттә. Әммә законға таянмайынса  бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул итмәйбеҙ, ти улар. Ғаиләләрҙең ни өсөн тейешле дарыуҙарҙы ала алмауы, йә булмаһа бушлай процедура үтә алмауы хаҡындағы һорау — һаулыҡ һаҡлау министрлығына юллана. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында был һорауға яуап бирергә баш тарттылар. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр әйтеүенсә, махсус статусһыҙ тейешле дауаланыуҙы алыу ҡыйынға төшә. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғәиәте рәйесе  — Юрий Акшенцов, ярҙам поликлиникаларҙа күрһәтелергә тейеш, тип раҫлай. Балаларҙың ата-әсәләре мөрәжәғәт иткән юристар инвалидлыҡ төркөмө хаҡында дәғүә бирергә кәңәш итә.  Шул саҡта, икенсе тапҡыр экспертизаға биреү мөмкинлеге бар. Әммә был да бер-ниндәй һөҙөмтә бирмәҫ, моғайын.

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика