Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ростов өлкәһен ҡойма ямғырҙар арҡаһында һыу баҫты. Бында ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Интернет селтәрҙәрендә йәшенле ямғыр, боҙ борсаҡ һәм көслө дауыл кисә киске туғыҙҙар тирәһендә ҡалаға ябрылды, тип яҙа урындағы халыҡ. Юлдар урынында барлыҡҡа килгән йылға кешеләрҙе аяҡтан йыҡҡан. 14 йәшлек ҡыҙ тәбиғәт ғәрәсәте ҡорбаны булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул көслө һыу ағымы менән туҡталыш торған автомобиль аҫтына инеп киткән һәм сыға алмай һыуҙа батҡан. Төбәктә бындай һауа торошо бөгөн дә һаҡланасаҡ.

Әфғанстанда теракт. Террорсылар Ҡабул ҡалаһы янында полиция академияһының кадеттары менән ике автобусы шартлатҡан.  Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 40 кеше һәләк булған, тиҫтәләгән йәрәхәтләнеүсе бар.

Бәҙрәф ҡағыҙынан туй күлдәге. Нью-йоркта үҙенсәлекле күлдәктәр конкурсы үтә. Уны интернетта ҡиммәт булмаған туй күлдәктәре һатыусылар уйлап сығарған. Шарттары буйынса бәйгеселәр тик ҡағыҙ, елем, скотч, энә, еп һәм булавка ғына ҡулланырға мөмкин. Еңеүсегә 10 мең доллар аҡсалата бүләк тапшырыла.  

Яндекс.Метрика