Башҡортостан ҡыҙы, йәш ғалим Вирустарға бирешмәҫ картуф орлоғон үҫтергән

Һамарҙа үткән Волга буйы федераль округы йәштәре форумында ул дәүләт грантына лайыҡ булды. iВолга йыйынынан йәнә өс яҡташыбыҙ призлы урындар һәм грамоталар алып ҡайтты.

Был тәжрибә бүлмәһендә картуф бүлбеләре тупраҡта түгел, һауала өлгөрә. Сирҙәргә ҡаршы торор орлоҡ алыр өсөн стериль аэропонка ҡоролмаһы эшләй. Әйткәндәй, ул картуф өсөн тәғәйенләнмәгән. Йәш ғалим уны үҙ эшенә ҡулайлаштырып алған.  Аграр университет аспиранты Катерина Малютина грант аҡсаһына тап ошондай махсус ҡоролма һәм тәжрибә өлгөләре һатып алырға йыйына. Тәжрибә өлгөләре иһә вирустар зарарлап өлгөрмәгән картуф шытымдары. Быйыл февраль айында ултыртылған тәүге үҫентеләрҙән уңыш алынған, әле орлоҡтар һыуытҡыста һаҡлана һәм киләһе майҙа тәжрибә участкаһында ултыртыуға әҙерләнә.

Картуфты орлоҡҡа үрсетеү төбәк өсөн көнүҙәк мәсьәлә. Сиргә бирешмәүсән бүлбеләр әлегә тиклем сит илдән һатып алынған. Катерина Малютина тәҡдим иткән ысул бер нисә йылдан юғары сифатлы орлоҡто үҙебеҙҙә етештереү мөмкинлеген аса. Уға фәнни-тикшеренеүҙәр алып барыу лабораторияһын булдырған крәҫтиән-фермер хужалығы иһә оҙаҡламай орлоҡсолоҡ йүнәлешендәге эшмәкәрлек тураһында лицензия алырға ниәтләй.

Иволга форумында бүләкләнгән йәштәр араһында Октябрьский ҡалаһынан Александр Юдин да бар.  Ул тәҡдим иткән  Еңеү йөҙҙәре тигән фоторәсемдәр йыйынтығының өсөнсө баҫмаһы нәшергә әҙерләнә. Был хәтер китабы Башҡортостанда йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында тулайым мәғлүмәт һаҡлай. Александрҙың идеяһы киләсәктә республика төбәктәре менән генә сикләнмәҫ, тигән өмөт бар.

Кеҫә телефонын усаҡтан зарядлап буламы. Ошо һорау Өфө егете Айҙар Хәйруллинды Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә өлгөһө булмаған мультияғыулыҡ мейесен уйлап сығарырға этәргән. Был фәнни эше өсөн былтыр Иволга форумында ул иң ҙур күләмле грант яулағайны. Хәҙер йәш ғалимды сымһыҙ электр энергияһы генераторын күпләп сығарыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра.

Йәштәрҙең дәрте һәм тырышлығы уларҙың илдең киләсәгенә битараф булмауын дәлилләй. Сәмле тәҡдимдәр менән нигеҙле эштәргә дәүләт кимәлендәге ярҙам иһә маҡсаттарҙы тиҙерәк бойомға ашырыр. 

Яндекс.Метрика