Бөгөн - Ҡәҙер кисе

  • Бөгөн - Ҡәҙер кисе | ГТРК Башкортостан

Рамаҙан айының 27-се тәүлегендә мосолмандар Ҡәҙер кисен билдәләй. Быйыл ул 1-нән 2 июлгә ҡарай, йәғни бөгөн төнгә тура килә. Был төндә Ергә бик күп фәрештә төшөп, изге ғәмәлдәр башҡара. Ҡәҙер кисенең үҙенсәлектәре, мѳғжизәһе бар. Ғәҙәттә был кистә кѳн йылы була, дауыл, ел күҙәтелмәй, һауаһы ла айырыла. Ул кис етер алдынан таң ҡояшы булып, нурҙарын сәсеп торор. Ҡәҙер кисен кеше күңеле, йәне менән һиҙә. Был кис тиҙҙән Рамаҙан айының бөтәсәге хаҡында ла һөйләй. Ҡәҙер төнөн изгелектә, иманлы итеп үткәргән кешенең бөтә гонаһтары ла юйыла, ғәфү ителә. Тап ошо төндә Ҡөрьәндең тәүге сүрәләре ергә төшөрөлә башлаған.  

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика