Башҡорт Дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары Новосибирск белгестәре тәжрибәһен өйрәнә

Был юлы Өфөлә йөрәккә биполяр аблация операцияһы яһалғайны. Ул йөрәк тибешен яйға һалырға ярҙам итә. 

Ревмир  Сәғәҙәтов  йөрәк тибешенә бәйле сир менән бер нисә йыл яфалана. Тап ошо арҡала ҡан әйләнеше лә насарайған, ҡан баҫымы даими үҙгәреп тора. Фибрилляцияның иң ҡурҡынысы – йөрәк минутына 160 тапҡыр тибә алһа, ҡайһы  мәл ул бөтөнләй тиерлек туҡтай. Йөрәктең һул алды ҡолаҡсаларын операция юлы менән  дауалау  киләсәккә  ышаныс тыуҙыра, сәләмәтлегемдең  яҡшырасағына өмөт бар, ти ул.  

Новосибирск ғалимдары тәҡдим иткән биополяр операция йөрәктең һул яҡ алды  ҡолаҡсаларҙы алыу мөмкинлеген бирә. Бында ҡулланған ысул ысынында заман технологияларына ҡоролған. Йөрәк янындағы мускулдар, тамырҙарҙы хәҙер электр энергияһы ярҙамында көйҙөрөлөп, ҡырҡып алына. 

Башҡортостан табиптары, әлбиттә, был алым  менән яҡшы таныш. Тәүҙә улар сит тәжрибәне өйрәнһә, хәҙер республика кардиологтары ҡатмарлы операцияны үҙҙәре лә яһай аласаҡ. 

Новосибирск  ғалимдары  яңы алым менән  көнөнә бер нисә кешегә операция яһай ала.  Иң мөһиме, сирленең сәләмәтлеге күҙгә күренеп яҡшыра. Операция үткәргәндәр икенсе көнгә үк аяҡҡа баҫа ала. 

Йөрәктең һул яҡ алды ҡолаҡсаларына ошондай операция Башҡортостанда уҙған йылдан яһала. Тәүге пацияентатҙың береһе – Хәлиҙә Фәттәхова. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Новосибирск ғалимдары тәҡдим иткән алым  меңдәрсә кешене үлемдән һаҡлап алып ҡаласаҡ.

Башҡортостандың хәҙер йәнә лә бер тапҡыр кардиология буйынса Рәсәй үҙәгенә әйләнеүе ихтимал.

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика