Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Дәүләт-ара авиация комитеты Иркутск өлкәһендә Ил-76 самолетының тулыһынса емерелеүен раҫланы. 10 кешелек экипаж һәләк булған. Урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашҡан самолет радарҙан 1 июль юғалғайны. Иркутск өлкәһендә 4 июль матәм көнө тип иғлан ителгән.

Истамбулда теракт ойоштороуҙа шикләнеүсе 13 кеше суд алдында яуап бирәсәк. Енәйәт эше сиктәрендә тағы ла 3 кеше ҡулға алынған. Террорсылар Истамбул аэропортына 28 июнь һөжүм иткәйне. Унда 44 кеше һәләк булды, 240 кеше яраланды.

Фәлестиндың ХАМАС хәрәкәте  Израилдың  сик буйындағы Сдерот ҡалаһына һөжүм иткән. Быға яуап итеп Израилдың  хәрби-һауа көстәре самолеттары  Газа секторында ХАМАС хәрәкәтенең дүрт объектын утҡа тотҡан. Һәләк булыусылар тураһында хәбәр ителмәй.

 

Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика